6 июль — григориан стиле буйынса йылдың 187-се (кәбисә йылында 188-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 178 көн ҡала.
Ҡыҫҡа факттар Аҙна көнө ...
Ябырға
- Халыҡ-ара
- Ер: Бөтә донъя үбешеү көнө.
- Милли
- Һөнәри
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Никитин Юрий Ерофеевич (1935—21.04.2004), ғалим-физик-химик. 1959 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Химия институты хеҙмәткәре, 1971 йылдан лаборатория мөдире, бер үк ваҡытта 1980 йылдан директорҙың фәнни эштәр буйынса урынбаҫары. Химия фәндәре докторы (1979), профессор (1983). РСФСР-ҙың (1990), Башҡорт АССР-ының (1976) атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре, СССР-ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1976). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1975). Сығышы менән Мәскәү өлкәһе Пушкин ҡалаһынан.
- Түрйәнов Фәрит Сәйет улы (1940), зоотехник, ауыл хужалығы һәм партия органдары хеҙмәткәре. 1979 йылдан Салауат районы ауыл хужалығы идаралығының баш зоотехнигы, 1991 йылдан — идаралыҡ начальнигы, 1994—2000 йылдарҙа ауыл хужалығы продуктарының сифаты буйынса инспекцияның баш инспекторы. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1976). Сығышы менән ошо райондың Мөсәт ауылынан.
тулы исемлек
- Михайлова Наталья Александровна (1950), ғалим-микробиолог. 1973 йылдан «Иммунопрепарат» предприятиеһы хеҙмәткәре, 1981 йылдан өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1986 йылдан — лаборатория мөдире, бер үк ваҡытта 1996 йылдан директорҙың технология буйынса урынбаҫары; 2000 йылдан Рәсәй Медицина фәндәр академияһының И. И. Мечников исемендәге Вакциналар һәм сывороткалар ғилми-тикшеренеү институтының лаборатория мөдире һәм директорҙың фәнни эштәр буйынса урынбаҫары. Медицина фәндәре докторы (1993), профессор (1998). Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2006). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Перлов Николай Алексеевич (1949), инженер-механик, хужалыҡ эшмәкәре. «БашНИИнефтемаш» дәүләт унитар предприятиеһы директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе.
Дөйөм исемлек
- 1755: Джон Флаксман, Англия рәссамы, гравёр һәм скульптор.
- 1785: Уильям Гукер, Англия ботанигы, үҙ иленең, шулай уҡ Африка һәм Америка флораһы буйынса күп фәнни хеҙмәттәр авторы.
- 1865: Эмиль Далькроз, Швейцария композиторы, педагог.
- 1885: Владимир Артемьев, СССР-ҙың дары ракеталары конструкторы, реактив миномёт снарядын эшләүсе.
- 1885: Александр Таиров, режиссёр, Камера театрын нигеҙләүсе һәм уның тәүге етәксеһе, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1935).
- 1905: Хуан О’Горман, Мексика рәссамы, архитектор.
- 1910: Борис Константинов, СССР ғалим-физигы, академик, Ленин һәм Сталин премиялары лауреаты.
- 1925: Билл Хейли, Америка музыканты, йырҙар авторы, рок-н-ролл башҡарыусы йырсы.
- 1930: Карлис Зариньш, СССР һәм Латвияның опера йырсыһы (драматик тенор), педагог, СССР-ҙың халыҡ артисы (1976).
- 1935: Тензин Гьяцо, буддистарҙың дин әһеле, 14-се далай-лама, Нобель тыныслыҡ премияһының 1989 йылғы лауреаты.
- 1940: Виктор Кузькин, СССР хоккейсыһы, өс тапҡыр олимпия чемпионы.
- 1940: Нурсолтан Назарбаев, Ҡаҙағстандың беренсе президенты.
- 1946: Джордж Буш, Америка Ҡушма Штаттарының 43-сө президенты.
- 1965: Юрий Грымов, Рәсәйҙең театр һәм кино режиссёры, сценарист, продюсер.
- 1975: 50 Cent (төп исеме Кёртис Джексон), Америка музыканты, актёр, яҙыусы һәм продюсер.
- 1980: Ева Грин, Францияның кино, театр һәм телевидение актрисаһы.
Ентеклерәк мәғлүмәт Ай һәм көндәр ...
Ябырға