14 декабрь

көнө From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

14 декабрь — григориан стиле буйынса йылдың 348-се көнө (кәбисә йылында 349-сы). Йыл тамамланыуға 17 көн ҡала.

декабрь
Дш Шш Шр Кс Йм Шб Йш
1 2 3 4 5 6 7
8 9 10 11 12 13 14
15 16 17 18 19 20 21
22 23 24 25 26 27 28
29 30 31        
2025 йыл
Ҡыҫҡа факттар Аҙна көнө ...
Remove ads

Төбәк байрамдары

Һөнәри

Тарихи ваҡиғалар

Был көндө тыуғандар

Башҡортостан менән бәйле шәхестәр

0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар

  • Ларионов Григорий Васильевич (1905—23.11.1995), табип-хирург. 1946—1974 йылдарҙа Белорет ҡала дауаханаһының хирургия бүлеге мөдире, бер үк ваҡытта ҡаланың баш хирургы, 1975—1980 йылдарҙа Белорет физкультура диспансеры табибы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы, СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы. Ватан һуғышы, ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, Белорет ҡалаһының почётлы гражданы (1987). Сығышы менән ошо ҡаланан.
  • Красильникова Маргарита Николаевна (1930), ғалим-психиатр, йәмәғәтсе. 1955—1975 һәм 2002—2009 йылдарҙа 1-се Республика психиатрия дауаханаһы табибы; 1975—2005 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1980—1995 йылдарҙа табип һәм провизорҙарҙың белемен камиллаштырыу факультеты менән психиатрия һәм наркология кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1995—2009 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты, 2009—2011 йылдарҙа М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы. 1980—1995 йылдарҙа Невропотолог һәм психиатрҙарҙың Башҡортостан ойошмаһы рәйесе. Медицина фәндәре докторы (1976), профессор (1982). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1994). Сығышы менән хәҙерге Ульяновск өлкәһенең Сөнгәләй районы Русская Бектяшка ауылынан.
  • Әмирханова Наилә Әнүәр ҡыҙы (1940), ғалим-электрохимик. 1965 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1986 йылдан дөйөм химия кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (1985), профессор (1987). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған химигы (1982). Сығышы менән Ташкент ҡалаһынан.
  • Мартынов Виталий Васильевич (1950), хоҡуҡ һаҡлау органдары ветераны, полиция генерал-майоры. 1973—2003 йылдарҙа Башҡортостан Эске эштәр министрлығының яуаплы хеҙмәткәре, 2003—2011 йылдарҙа Наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу буйынса Рәсәй федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы начальнигы урынбаҫары. Рәсәй Федерацияһы эске эштәр органдарының атҡаҙанған хеҙмәткәре һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы. Батырлыҡ ордены кавалеры. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
  • Неволина Руфина Львовна (1960), педагог, Өфө ҡалаһындағы 5-се лицейҙың физкультура уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы һәм иң яҡшы физик культура хеҙмәткәре.
  • Ҡорбанғәлиев Артур Ришат улы (1980—9.09.1999), Рәсәй Федерацияһы Һауа-десант ғәскәрҙәренең хәрби хеҙмәткәре, гвардия парашют-десант полкының взвод командиры урынбаҫары, гвардия сержанты. Рәсәй Федерацияһы Геройы (1999, үлгәндән һуң).

1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар

2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар

3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар

4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар

Дөйөм исемлек

Remove ads

Был көндө вафат булғандар

Йыл көндәре

Remove ads
Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads