29 август — григориан стиле буйынса йылдың 241-се (кәбисә йылында 242-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 124 көн ҡала.
Ҡыҫҡа факттар Аҙна көнө ...
Ябырға
Төбәк байрамдары
- Һөнәри
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Канюков Рәшит Закир улы (1931), инженер-геолог, нефть сәнәғәте ветераны. 1956 йылдан «Ишембайнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы операторы, геологы, нефть промыслаһының өлкән геологы; 1967—1994 йылдарҙа идаралыҡтың баш геологы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1977), Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры (1968). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Ергән ауылынан.
- Шөғәйепов Вәкил Шакир улы (1936—28.06.2017), башҡорт милли музыка ҡоралдарын эшләү һәм реставрациялау оҫтаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1988). Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең «Рәсәй рухы» («Душа России») премияһы (2013) һәм «Оҫта — алтын ҡулдар» республика конкурсы (Өфө, 2004) лауреаты.
- Аҡъюлова Ләлә Тимерғәли ҡыҙы (1956), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны. Сибай үҙәк ҡала дауаханаһының поликлиника фельдшеры. Башҡортостандың атҡаҙанған медицина хеҙмәткәре.
- Ҡаһиров Рәмил Әхнәф улы (1956), педагог. 2008 йылдан Өфөләге 64-се һөнәри лицей (хәҙер художество-сәнәғәт колледжы) директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре.
- Шәрәфетдинова Ольга Юрьевна (1961), ҡурсаҡ йөрөтөүсе артист. 1982 йылдан Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры актёры. 2002 йылдан Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2014). «Актёр йыры» республика конкурсының (Өфө, 1994) гран-при эйәһе, «Рәсәй драма театрҙары актёрҙары йырлай» Бөтә Рәсәй конкурс-фестивале (Түбәнге Новгород, 1995) лауреаты. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Суфиян Поварисов (1924—3.07.2016), яҙыусы, тел һәм әҙәбиәт белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1976 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Филология фәндәре докторы (1991), профессор (1993). Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2011), Башҡортостан Республикаһының (1992) һәм Татарстан Республикаһының (2004) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәр биреү хеҙмәткәре (1997). Фәтих Кәрим (1984) һәм Ғәлимйән Ибраһимов (1998) исемендәге премиялар лауреаты. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм 3‑сө дәрәжә Дан (1948) ордендары кавалеры.
- Мышкин Владимир Александрович (1944), ғалим-токсиколог, хәрби хеҙмәткәр. 1969 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1987—1997 йылдарҙа уҡыу бүлеге начальнигы — хәрби һәм экстремаль медицина кафедраһы начальнигы урынбаҫары. 1998 йылдан — Өфөләге Хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы ғилми-тикшеренеү институтының бүлек етәксеһе һәм 2008 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәре. Медицина фәндәре докторы (1999), профессор (2000). Медицина хеҙмәте полковнигы (1987). Сығышы менән Дүшәмбе ҡалаһынан.
- Астахова Ирина Николаевна (1959), ғалим-хирург. 2006 йылдан Мануаль терапия үҙәге табибы. Медицина фәндәре докторы (2003). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Әхмәтйәнова Эльмира Хәмит ҡыҙы (1959), ғалим-терапевт, кардиолог. 1991 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2006), профессор (2009). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Ентеклерәк мәғлүмәт Ай һәм көндәр ...
Ябырға