4 июнь — григориан стиле буйынса йылдың 155-се (кәбисә йылында 156-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 210 көн ҡала.
Ҡыҫҡа факттар Аҙна көнө ...
Ябырға
Төбәк байрамдары
- Һөнәри
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Полак Алексей Филиппович (1911—31.07.1990), инженер‑төҙөүсе, Ишембай нефть ятҡылығын эшкәртеүҙе ойоштороусыларҙың береһе. 1980 йылдан Өфө нефть институтының төҙөлөш конструкциялары кафедраһы мөдире, 1986 йылдан — уҡытыусы. Техник фәндәр докторы (1965), профессор (1967). РСФСР-ҙың (1980) һәм Башҡорт АССР-ының (1974) атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры. СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1984).
- Щебланова Елена Георгиевна (1921—26.04.2015), СССР-ҙың партия органдары эшмәкәре. 1966—1985 йылдарҙа КПСС-тың Стәрлетамаҡ ҡала комитетының беренсе секретары. Партияның XXIII (1966), XXIV (1971), XXV (1976) һәм XXVI (1981) съездары делегаты. Башҡорт АССР-ының етенсе (1967—1971), һигеҙенсе (1971—1975), туғыҙынсы (1975—1980) һәм унынсы (1980—1985) саҡырылыш Юғары Советтары депутаты. Ленин һәм ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Стәрлетамаҡ ҡалаһының почётлы гражданы (1996).
- Баязитова Зифа Ғаяз ҡыҙы (1951), театр сәнғәте ветераны. 1973 йылдан хәҙерге Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры актёры. 1979 йылдан СССР-ҙың Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1998).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Шакирова Мәҙинә Мөхәмәтшакир ҡыҙы (1908—15.06.1975), малсы. 1950 йылдан Дүртөйлө районы Максим Горький исемендәге, 1960—1972 йылдарҙа — «Победа колхозы һауынсыһы. Ленин ордены кавалеры (1966). Сығышы менән ошо райондың Ҡаҙы-Йәлдәк ауылынан.
- Әхмәтова Һылыу Әхмәт ҡыҙы (1918—2002), табип һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1939—1940 йылдарҙағы совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының 1-се һәм 2-се саҡырылыш Юғары Советы (1938—1951) депутаты. Ҡыҙыл Йондоҙ, 1-се һәм 2-се дәрәжә Ватан һуғышы һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.
- Журавлёв Александр Фёдорович (1943), электромонтёр. 1966 йылдан «Южарланнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы электромонтёры. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1975). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Әңгәсәк ауылынан.
- Шохов Николай Иосифович (1948), эшсе. 1966—2008 йылдарҙа Салауат нефть химияһы комбинаты һәм ««Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе аппаратсыһы, слесары. РСФСР-ҙың атҡаҙанған химигы (1985). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Архангел районы Ырныҡшы ауылынан.
- Александров Павел Владимирович (1953), ғалим-социолог, төҙөүсе, муниципаль орган хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1991 йылдан Эре панелле йорттар төҙөү тресының Өфө йорттар төҙөү комбинаты директоры; 1998—2002 йылдарҙа Өфө ҡалаһының Калинин район хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһының икенсе саҡырылыш (1999—2003) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Социология фәндәре кандидаты (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе һәм Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Әлшәй районының 1960-сы йылдар башында бөткән Островцы ауылынан.
- Сабанов Юрий Викторович (1978), спортсы. Билбау көрәше буйынса 2003—2008 йылдарҙа Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы (2008) һәм атҡаҙанған (2009) спорт мастеры. Донъя (2006—2007), Европа (2005, 2007—2008) һәм Рәсәй (2003, 2006—2007) чемпионы. Сығышы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
Дөйөм исемлек
- 1801: Михаил Бестужев-Рюмин, декабрист.
- 1821: Аполлон Майков, Рәсәй империяһы шағиры.
- 1867: Карл Густав Эмиль Маннергейм, Финляндияның дәүләт һәм хәрби эшмәкәре, маршал.
- 1870: Элизабета Хессельблад, Швецияның шәфҡәт туташы, католик монахиняһы.
- 1882: Фёдор Комиссаржевский, Рәсәй империяһының театр режиссёры, педагог, рәссам һәм тәржемәсе.
- 1930: Виктор Тихонов, СССР хоккейсыһы һәм тренеры.
Ентеклерәк мәғлүмәт Ай һәм көндәр ...
Ябырға