7 июль — григориан стиле буйынса йылдың 188-се (кәбисә йылында 189-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 177 көн ҡала.
Ҡыҫҡа факттар Аҙна көнө ...
Ябырға
Төбәк байрамдары
- Һөнәри
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Гальперин Давид Самойлович (1925—1993), СССР журналисы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1958 йылдан «Ленинец» гәзитенең мөхәррир урынбаҫары, 1970—1993 йылдарҙа Башҡортостан Журналистар союзы идараһының яуаплы секретары. Сығышы менән хәҙерге Украинаның Черкассы өлкәһе Умань ҡалаһынан.
- Төхвәтов Миңлеғәли Бәҙретдин улы (1930), ғалим-математик. 1994—2011 йылдарҙа Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1991), профессор (1991). Үзбәк ССР-ының халыҡ мәғарифы отличнигы (1981). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Теләш ауылынан.
- Байҡара Тунжер (1940), ғалим-тарихсы. 2009 йылдан Ушак университетының Төркиә тарихы кафедраһы мөдире. Тарих фәндәре докторы (1971), профессор (1987). Фәнни тикшеренеүҙәре төрки телле халыҡтарҙың милли хәрәкәттәренә арналған. Әхмәтзәки Вәлиди тураһындағы китап авторы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының Зәки Вәлиди исемендәге премияһы лауреаты (1993). Сығышы менән хәҙерге Төркиәнең Ятаған ҡалаһынан.
- Лукьянов Валериян Михайлович (1960), спортсы, Өфө авиация институтының спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе; тренер. 1995 йылдан Октябрьский ҡалаһының «Электронефтегаз» спорт клубы, 2001 йылдан — «Спартак» спорт һауыҡтырыу комплексы директоры. Спорт ориентирлашыуы буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2002), СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1988). Хәрбиҙәр араһында СССР һәм донъя чемпионы (икеһе лә — 1990), «Социалистик илдәрҙең Дуҫлыҡ кубогы» халыҡ-ара ярыштары еңеүсеһе (1988).
- Ғиниәтуллина Светлана Ғәйнулла ҡыҙы (1975), театр актёры. 1997 йылдан Стәрлетамаҡ рус дәүләт драма театры актрисаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2014) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2008).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Алексеев Павел Фёдорович (1912—28.04.1985), хәрби осоусы, подполковник. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Советтар Союзы Геройы (1945). Сығышы менән Белорет ҡалаһынан.
- Степанова Зинаида Ивановна (1937—5.09.2002), хеҙмәт алдынғыһы. 1954—1992 йылдарҙа «Туймазынефтестрой» тресының Дүртөйлөләге 2-се һәм 1-се төҙөлөш идаралыҡтарының штукатур-маляры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1988), Дүртөйлө ҡалаһының почётлы гражданы (1989). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй районынан.
- Хунафин Һәүбән Нурлығаян улы (1937), ғалим-хирург. 1970 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1989—2010 йылдарҙа термик травма һәм трансфузиология курстары менән ашығыс ярҙам һәм һәләкәттәр медицинаһы кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1989—2006 йылдарҙа дипломдан һуң белем биреү институты директоры, 2001—2003 йылдарҙа дауалау эштәре буйынса проректор. Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы академигы, медицина фәндәре докторы (1987), профессор (1989). Рәсәй Федерацияһының (2002) һәм Башҡортостан Республикаһының (1993) атҡаҙанған табибы. Рәсәйҙең атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре (2007). СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1967) һәм уйлап табыусыһы (1983). Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2013). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Яңы Ҡаръяуҙы ауылынан.
- Закиров Ринат Закир улы (1947), ғалим-зоотехник, хужалыҡ һәм партия эшмәкәре, банкир. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты, доцент. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы, II дәрәжә Бөйөк Петр, Хаҡас Республикаһының «Хаҡасия алдындағы хеҙмәттәре өсөн» һәм «Изге эштәре өсөн» ордендары кавалеры. Сығышы менән Тәтешле районының Кәлтәй ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
Ентеклерәк мәғлүмәт Ай һәм көндәр ...
Ябырға