29 апрель — григориан стиле буйынса йылдың 119-сы (кәбисә йылында 120-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 246 көн ҡала.
Ҡыҫҡа факттар Аҙна көнө ...
Ябырға
- Халыҡ-ара
- БМО: Бейеү көнө.
- Химик ҡорал ҡулланыу ҡорбандарын иҫкә алыу көнө.
- Ер: Балаларҙың уй-теләктәренең үтәлеү көнө.
- Милли
- Һөнәри
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Башенина Нина Викторовна (1913—29.09.1994), ғалим-географ, геоморфолог. 1939 йылдан Көньяҡ Уралда һоро күмер ятҡылыҡтарын эҙләү буйынса Башҡортостан геология идаралығының геоморфология отряды начальнигы. 1945—1987 йылдарҙа Мәскәү дәүләт университеты уҡытыусыһы. География фәндәре докторы (1967), профессор (1982). Сығышы менән хәҙерге Санкт-Петербург ҡалаһынан.
- Колесников Виталий Фёдорович (1923—12.05.1992), педагог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1948 йылдан Баймаҡ ҡалаһының 1-се урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1951 йылдан Баймаҡтың 4-се һигеҙ йыллыҡ, 1960 йылдан Баймаҡ районы Түбә ауылындағы 1-се рус урта, 1968—1983 йылдарҙа — Баймаҡтың 3-сө урта мәктәбе директоры. СССР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1957, 1980). Сығышы менән Ҡырғыҙ АССР-ының Петропавловка ҡасабаһынын.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Ғүмәров Хәлил Зәбир улы (1949), педагог, спорт тренеры. 1966–2005 йылдарҙа Баймаҡтағы 105-се һөнәрселек училищеһы уҡытыусыһы, балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең элекке тренеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1998).
- Һиҙиәтова Ирина Михайловна (1964), генетик-ғалим. 1991 йылдан Биохимия һәм генетика институтының ғилми хеҙмәткәре, 2000 йылдан өлкән, 2003 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр, бер үк ваҡытта 2010 йылдан Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө фән һәм технологиялар университеты уҡытыусыһы, 2017 йылдан — кешенең молекуляр генетикаһы лабораторияһы мөдире. Биология фәндәре докторы (2009), профессор (2011). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2015), Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2015). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек
тулы исемлек
- 1805: Огюст Барбье, Франция шағиры.
- 1805: Лев Пушкин, шағир Александр Сергеевич Пушкиндың энеһе һәм әҙәби секретары, Рәсәй империяһы офицеры.
- 1818: Александр II, 1855—1881 йылдарҙа Рәсәй императоры.
- 1875: Рафаэль Сабатини, Британия яҙыусыһы, мажаралы романдар авторы.
- 1885: Эгон Эрвин Киш, Чехия һәм Германия журналисы, яҙыусы, Интербригада ағзаһы.
- 1900: Иван Клюквин, СССР-ҙың театр һәм кино актёры, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
- 1901: Хирохито, Японияның 124-се императоры (1926—1989).
- 1905: Хэл Перейра, АҠШ рәссамы.
- 1915: Арнолдс Буровс, СССР һәм Латвия режиссёры, сценограф һәм рәссам-мультипликатор.
- 1930: Жан Рошфор, Франция киноактёры.
- 1930: Кёко Кисида, Япония актрисаһы, балалар яҙыусыһы.
- 1935: Андрей Зализняк, СССР һәм Рәсәй лингвисы, академик.
- 1950: Филлип Нойс, Австралия һәм АҠШ режиссёры, сценарист.
- 1955: Сергей Овчаров, СССР һәм Рәсәй кинорежиссёры, сценарист, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1994).
- 1955: Лариса Удовиченко, СССР һәм Рәсәй киноактрисаһы, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (1998).
- 1960: Роберт Джеймс Сойер, Канаданың фантаст яҙыусыһы.
- 1970: Андре Агасси, АҠШ тенниссыһы, олимпия чемпионы.
- 1970: Ума Турман, АҠШ актрисаһы.
- 1985: Бар Пали, Израиль һәм АҠШ актрисаһы.
- 1988: Джонатан Тэйвс, Канада хоккейсыһы, ике тапҡыр олимпия чемпионы.
- 1995: Виктория Синицина, Рәсәйҙең боҙҙа бейеүсе фигурисы, Европа чемпионы (2020).
Ентеклерәк мәғлүмәт Ай һәм көндәр ...
Ябырға