29 июль — григориан стиле буйынса йылдың 210-сы (кәбисә йылында 211-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 155 көн ҡала.
Ҡыҫҡа факттар Аҙна көнө ...
Ябырға
- 1586: Мәскәү воеводалары Василий Сукин менән Иван Мясной Тура йылғаһы ярында Төмән ҡалаһына нигеҙ һала.
- 1803: Батша Александр II Өфө ҡалаһын артабан төҙөүҙең беренсе планын раҫлай.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Евтушенко Евгений Викторович (1962), хужалыҡ, юғары мәктәп һәм дәүләт эшмәкәре, ғалим-иҡтисадсы. 1995—1998 йылдарҙа Өфөләге «Нефтехиминвенст» берекмәһенең генераль директоры; 1998—2012 йылдарҙа Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, деканы һәм Иҡтисад институты директоры, 2006 йылдан — нефть һәм газ сәнәғәте предприятиеһында иҡтисад һәм идара итеү кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2006—2010 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының иҡтисади үҫеш министры. 2012 йылдан башлап Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы уҡытыусыһы. Иҡтисад фәндәре докторы (2006).
- Шәрипов Рөстәм Динислам улы (1982), муниципаль хеҙмәткәр. 2011 йылдан Бөрйән район хакимиәте башлығы урынбаҫары, 2012 йылдан — беренсе урынбаҫары, 2014 йылдан Бөрйән районы хакимиәте, 2019 йылдан — Хәйбулла районы хакимиәте башлығы. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2020).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
Дөйөм исемлек
тулы исемлек
- 1817: Иван Айвазовский (төп исеме Ованес Айвазян), Рәсәй империяһы рәссамы, маринист.
- 1885: Теда Бара (Теодосия Барр Гудман), АҠШ-тың тауышһыҙ кино актрисаһы.
- 1900: Михаил Тихонравов, СССР-ҙың космос һәм ракета техникаһы конструкторы.
- 1900: Юйвинд Юнсон, Швеция яҙыусыһы, публицист, Нобель премияһы лауреаты (1974).
- 1905: Клара Боу, АҠШ-тың тауышһыҙ кино актрисаһы.
- 1905: Даг Хаммаршельд, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының икенсе Генераль секретары (1953—1961).
- 1910: Хейнц Фрэнкель-Конрат, Германия һәм АҠШ биохимигы.
- 1915: Павел Кадочников, театр һәм кино актёры, СССР-ҙың халыҡ артисы (1979), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1985).
- 1918: Владимир Дудинцев, яҙыусы, СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1988).
- 1925: Микис Теодоракис, Греция композиторы, сәйәси эшмәкәр. «Халыҡтар араһында тыныслыҡты нығытыу өсөн» халыҡ-ара Ленин премияһы лауреаты (1983).
- 1945: Мирча Луческу, Румыния футболсыһы һәм футбол тренеры.
- 1954: Игорь Крутой, СССР һәм Рәсәй композиторы, Ленин комсомолы премияһы лауреаты (1988), Рәсәйҙең халыҡ артисы (1996).
- 1955: Жан-Юг Англад, Франция актёры, «Сезар» кинопремияһы лауреаты.
- 1957: Нелли Ким, СССР гимнасы, биш тапҡыр Олимпия уйындары чемпионы (1976, 1980).
Ентеклерәк мәғлүмәт Ай һәм көндәр ...
Ябырға