5 май — григориан стиле буйынса йылдың 125-се (кәбисә йылында 126-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 240 көн ҡала.
Ҡыҫҡа факттар Аҙна көнө ...
Ябырға
- Халыҡ-ара
- Ер: Бөтә донъя аралашыуҙар көнө.
- Инвалидтар хоҡуҡтары өсөн көрәш көнө.
- Милли
- Һөнәри
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Ишбулатов Ғәле (Шаһиғәле) Ирғәли улы (1906—1982), нәшерсе. СССР Журналистар союзы ағзаһы. 1938—1969 йылдарҙа хәҙерге Башҡортостандың Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтенең баш мөхәррире. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
- Мағазова Хазина Нурмөхәмәт ҡыҙы (1916—10.05.1998), бейеүсе. 1939 йылдан хәҙерге Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, 1956—1966 йылдарҙа хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы; 1970—1972 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы. Мәскәүҙә 1955 йылда үткән Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҡатнашыусы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1991). Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1949). Ике «Почёт Билдәһе» ордены (1949, 1956) кавалеры. Бөтә Союз эстрада артистары конкурсы дипломанты (Мәскәү, 1939).
- Хилажев Мәүлит Хилаж улы (1916—30.08.1997), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Уҡсылар полкының орудие төҙәүсеһе, ефрейтор. Дан орденының тулы кавалеры.
- Ҡолдәүләтова Хәҙисә Хәлфетдин ҡыҙы (1941), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны. 1960—2016 йылдарҙа Бөрйән районы үҙәк дауаханаһының табип-акушеры һәм гинекологы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1984), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1974), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры, райондың почётлы гражданы. Сығышы менән ошо райондың Иҫке Собханғол ауылынан.
- Новиков Михаил Николаевич (1941), хеҙмәт ветераны, кинооператор. 1998 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостандың Кинематографсылар союздары, 2000 йылдан — Башҡортостандың Фоторәссамдар союзы ағзаһы. 1971 йылдан Свердловск киностудияһы кинооператоры, 1976 йылдан — Өфө кинохроника пунктының үҙ хәбәрсеһе; 1993—1997 йылдарҙа «Башҡортостан» киностудияһы директоры. «Почёт Билдәһе» ордены (1981) кавалеры. Сығышы менән Ташкент ҡалаһынан.
- Әхмәтов Роберт Сәлим улы (1941), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны, табип-хирург, йәмәғәтсе. 1980—2002 йылдарҙа Өфөнөң 15-се дауаханаһының баш табибы. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1998), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1985).
- Шәйхетдинов Рөстәм Рәжәп улы (1976), Рәсәй пианисы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Сәнғәт ғилеме кандидаты (2001), профессор (2011). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2014), халыҡ-ара һәм республика пианистар конкурстары, Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2005).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Атанғолов Абдрахман Абдулғәлим улы (1912—1.08.1990), ғалим-тау инженеры, педагог, хужалыҡ эшмәкәре. 1963 йылдан Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының баш инженеры, директоры һәм директор урынбаҫары; 1967 йылдан Учалы тау-механика техникумының бүлек мөдире, директорҙың уҡыу-производство эштәре буйынса урынбаҫары, директоры. 1970—1975 йылдарҙа Төмән индустриаль институтының өлкән уҡытыусыһы. Техник фәндәр кандидаты (1968), доцент (1970). Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районы Һабыр ауылынан.
- Биктин Йыһангир Сәйфетдин улы (1922—6.12.1996), уҡытыусы, муниципаль хеҙмәткәр. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1947 йылдан Баймаҡ районы Юлыҡ ауыл советы башҡарма комитеты рәйесе, 1953—1956 йылдарҙа район советы башҡарма комитеты секретары; 1962 йылдан «Сельхозтехника» район берекмәһенең келәт мөдире, 1963—1983 йылдарҙа — директорҙың хужалыҡ эштәре буйынса урынбаҫары. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1946) ордендары кавалеры. Сығышы менән Юлыҡ ауылынан.
тулы исемлек
- Нәбиуллин Зөфәр Хәммәҙейәр улы (1922—?), колхоз бригадиры, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, инженер батальоны сапёры, отделение командиры. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1946) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы Иҫке Күсәрбай ауылынан.
- Солтанова Зифа Йәһүҙә ҡыҙы (1932—24.01.2011), педагог. 1956 йылдан Әбйәлил районы, шул иҫәптән 1961 йылдан — Таштимер, 1973—1988 йылдарҙа Михайловка урта мәктәптәре уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1967). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылынан.
- Төхвәтуллина Шәһиҙә Абдулла ҡыҙы (1932—9.02.2005), малсы. 1950—1970 йылдарҙа Баймаҡ районы «Һәүәнәк» совхозының һарыҡ ҡараусыһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1968). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Баймырҙа ауылынан.
- Зайцев Геннадий Александрович (1937—18.02.1998), журналист һәм шағир. 1967 йылдан Иглин район «Свет Октября» гәзитенең әҙәби хеҙмәткәре, 1971 йылдан — хаттар бүлеге мөдире. 1975—1980 йылдарҙа — Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең нәфис һәм балалар әҙәбиәте редакцияһы мөдире; 1983—1986 йылдарҙа Иглин район гәзите мөхәррире, артабан «Иглинские новости» гәзите редакцияһының радиотапшырыу бүлеге һәм социаль-иҡтисад бүлеге мөдире. 1991 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Йоносбаева Гөлсирә Муллахәмит ҡыҙы (1937), малсы. 1952—1994 йылдарҙа Баймаҡ районы «Баймаҡ» совхозы малсыһы, шул иҫәптән 1954 йылдан — сусҡа ҡараусы, 1961 йылдан — һауынсы. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1976), коммунистик хеҙмәт ударнигы (1974). Сығышы менән ошо райондың Аҡтау ауылынан.
- Абрамов Виталий Константинович (1947), инженер. 1964 йылдан Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһенең яуаплы хеҙмәткәре, 1980 йылдан цех, бүлек начальнигы, 1983 йылдан — директор урынбаҫары, 1989 йылдан — генераль директорҙың етештереү буйынса урынбаҫары, 1992 йылдан — генераль директор. 1994—1996 йылдан Өфө агрегат производство берекмәһе генераль директор урынбаҫары. СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты (1989). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1985).
- Хәйбуллина Светлана Марат ҡыҙы (1947), педагог. 2001—2011 йылдарҙа Сибай сауҙа-иҡтисад колледжы директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы (1997), Рәсәй Федерацияһының почётлы урта һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2002), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1983), Сибай ҡалаһының почётлы гражданы (2020).
- Шәретдинов Эдуард Фәүзи улы (1947), ғалим-хоҡуҡ белгесе, хоҡуҡ һаҡлау, партия һәм дәүләт органдары ветераны. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы һәм Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Юридик фәндәр кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Бадак Иван Игнатьевич (1923—10.01.2015), педагог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1945 йылдан Хәйбулла районы мәктәптәре уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1956 йылдан Сиҙәм урта мәктәбе директоры, 1974 йылдан — уҡытыусы, 1987 йылдан— уҡытыу-тәрбиә эштәре мөдире. 1-се (1985) һәм 2-се (1976) дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондан.
- Ибраһимов Тәлғәт Фәттәх улы (1923—2003), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Әбйәлил районы Әлмөхәмәт икмәк ҡабул итеү пунктының элекке өлкән мастеры. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1977) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо ауылдан.
тулы исемлек
- Йәһүҙин Вәкил Йәһүҙә улы (1923—23.10.2004), тау инженеры, йәмәғәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1960—1981 йылдарҙа Әбйәлил геология-эҙләнеү партияһы радиометрисы, тау мастеры, инженеры. 1984—2004 йылдарҙа Күсем ауыл советының ветерандар советы рәйесе. 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), ике Ҡыҙыл Йондоҙ (1942, 1944) һәм 3-сө дәрәжә Дан (1945) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Ташбулат ауылынан.
- Теләүбаев Сәләхетдин Хөснөтдин улы (1923—30.04.2000), малсы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1947 йылдан Бөрйән районы «Ҡыҙыл таң» колхозының келәт мөдире, ат ҡараусыһы, 1955 йылдан Сатра фермаһы мөдире. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған малсыһы (1980).
- Рахаев Фёдор Семёнович (1933—29.10.2003), киномеханик. 1950 йылдан Әбйәлил район кинофикация бүлеге моторисы, 1951 йылдан Йәнгел киностационары киномеханигы; 1957 йылдан «Урал» совхозы радиотехнигы; 1970 йылдан район элемтә узелы электромеханигы; 1987—2000 йылдарҙа «Урал» совхозы киномеханигы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1979), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1971), СССР-ҙың кинематография отличнигы (1966). Сығышы менән ошо райондың Гусев ауылынан.
- Николаева Мәфрүзә Мөхтәр ҡыҙы (1948), педагог, 1973—2004 йылдарҙа Баймаҡтағы 58-се һөнәри училище мастеры, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған һөнәри-техник белем биреү хеҙмәткәре (1988) һәм Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1988). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы Буранбай ауылынан.
- Хәлимова Зәйтүнә Фәйез ҡыҙы (1953), акушер-гинеколог. 1976 йылдан Өфө ҡалаһының 6-сы бала табыу йорто һәм 13-сө клиник дауаханаһы, 1981 йылдан — Белорет бала табыу йорто, 1988 йылдан — Ишембай үҙәк район дауаханаһының акушер-гинекологы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2009). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районы Асҡар ауылынан.
- Сәфәров Альберт Тәлғәт улы (1958), спортсы, судья һәм тренер. Биатлон буйынса СССР‑ҙың спорт мастеры (1979), Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2000). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1999).
- Әбүбәкеров Рәил Риф улы (1968), ветеринария табибы, муниципаль һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1993 йылдан Баймаҡ район ветеринария станцияһының ветеринария табибы, 2002 йылдан Фрунзе исемендәге колхоз һәм «Байҡара» агрофирмаһы директоры; 2008 йылдан район хакимиәте башлығының 1-се урынбаҫары — ауыл хужалығы идаралығы начальнигы; 2013 йылдан Башҡортостан Республикаһы Ветеринария идаралығы Дәүләт ветеринария күҙәтеүенең Баймаҡ территориаль бүлеге начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2007). Сығышы менән ошо райондың Йомаш ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Байдин Николай Анатольевич (1919—7.07.1993), электр менән иретеп йәбештереүсе. 1946 йылдан Өфөләге «Нефтепроводмонтаж» тресының иретеп йәбештереүсеһе, 1959—1987 йылдарҙа — производствоға өйрәтеү мастеры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1958). Сығышы менән хәҙерге Пермь крайының Уҫы районы Гамица ауылынан.
- Антонова Альбина Закир ҡыҙы (1929—2020), офтальмолог-табип. 1952–2003 йылдарҙа Баймаҡ район үҙәк дауаханаһы табибы, шул иҫәптән 1957–1982 йылдарҙа — трахома диспансере мөдире. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы.
- Сидоров Валерий Александрович (1954—4.08.2020), педагог, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1999 йылдан Өфө район Советы рәйесе урынбаҫары, 2002 йылдан — район хакимиәте башлығы урынбаҫары; 2004 йылдан Өфө район Советы секретары. Башҡортостан сыуаштары Канашы (съезы) башҡарма комитетының элекке (1999 йылдан) рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1998), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1986). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй районы Ермолкин ауылынан.
Дөйөм исемлек
тулы исемлек
- 1905: Мария Канилья, Италияның опера йырсыһы (сопрано).
- 1915: Евгений Долматовский, шағир, йыр текстары авторы, СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты.
- 1925: Владимир Вавилов, СССР музыканты, композитор.
- 1935: Рифат Ибраһимов, журналист, йәмәғәт эшмәкәре, дәүләт хеҙмәткәре, Түбәнге Новгород өлкәһенең «Туган як» гәзитен ойоштороусы.
- 1940: Лэнс Хенриксен, АҠШ актёры.
- 1940: Михаил Юзовский, СССР һәм Рәсәй кинорежиссёры, театр белгесе.
- 1940: Лион Измайлов, Рәсәйҙең сатирик яҙыусыһы.
- 1980: Йосси Бенаюн, Израиль футболсыһы.
Ентеклерәк мәғлүмәт Ай һәм көндәр ...
Ябырға