29 май — григориан стиле буйынса йылдың 149-сы (кәбисә йылында 150-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 216 көн ҡала.
Ҡыҫҡа факттар Аҙна көнө ...
Ябырға
- Халыҡ-ара
- : БМО-ның тыныслыҡ урынлаштырыусылары көнө.
- Сәләмәт аш һеңдереү көнө.
- Милли
- Һөнәри
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Аллабирҙин Ирек Латип улы (1940), ғалим-зоотехник. 1972—2010 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1977 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1993 йылдан — лаборатория мөдире. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1999).
- Капатова (Полянская) Людмила Юрьевна (1955), театр актёры. 1977 йылдан Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры, 1987 йылдан — Башҡортостандың Республика рус драма театры, 2001 йылдан — Г. Чихачёв етәкселегендәге Мәскәү музыка театры актрисаһы һәм бер үк ваҡытта А. И. Герцен исемендәге 1-се Үҙәк балалар китапханаһы ҡарамағындағы «Дебют» театр студияһы (Мәскәү) етәксеһе. 1982 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2006). Сығышы менән хәҙерге Түбәнге Новгород өлкәһенең Кстово ҡасабаһынан.
- Ҡалмурзина Тәнзилә Сәғит ҡыҙы (1960), Республика халыҡ ижады үҙәгенең баш белгесе. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Соколов Вадим Васильевич (1960), ауыл хужалығы эшмәкәре. 1990 йылдан Саҡмағош районы «Базы» ауыл хужалығы предприятиеһының генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының 4—6-сы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты.Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты. Рәсәйҙең һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Халыҡтар дуҫлығы һәм Салауат Юлаев ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Йомаш ауылынан.
- Дамир Шәрәфетдинов (псевдонимы Дамир Шәрәфи; 1965—21.02.2020), яҙыусы, шағир, журналист һәм тәржемәсе. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар һәм Журналистар союздары (2000) ағзаһы. Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2012).
- Цулыгин Николай Леонидович (1975), спортсы, тренер. 1994—1996 һәм 1999—2000 йылдарҙа Рәсәйҙең шайбалы хоккей буйынса йыйылма командаһы ағзаһы, 2018—2020 йылдарҙа «Салауат Юлаев» хоккей командаһының баш тренеры. Шайбалы хоккей буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры (1995). Рәсәй чемпионы (2005), Рәсәй чемпионатының көмөш призёры (2000), Милләт-ара хоккей лигаһы (1995) һәм Рәсәй (2001) чемпионаттарының бронза призёры. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Дауытбаева Гөлзаһира Алламорат ҡыҙы (1956—2011), Сибай үҙәк ҡала дауаханаһының балалар поликлиникаһының элекке фельдшеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған медицина хеҙмәткәре.
- Салауатов Альберт Рәфҡәт улы (1971), йырсы. 2012 йылдан Сибай театр-концерт берекмәһенең артист-вокалсыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2010). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Семёновка ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Аҡбашев Рәшит Шаһабетдин улы (1933—21.02.2015), ғалим-табип. 1962—1994 йылдарҙа Янғантау шифаханаһының баш табибы. Медицина фәндәре кандидаты (1975). Рәсәй Федерацияһының (1993) һәм Башҡорт АССР-ының (1967) атҡаҙанған табибы. СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы, СССР профсоюз курорттары отличнигы, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Салауат районының почётлы гражданы (2012).
- Азаматов Миңлеғәли Искәндәр улы (1938—28.03.2009), механизатор. 1957—1998 йылдарҙа Баймаҡ районы «Баймаҡ» совхозы механизаторы. Башҡорт АССР—ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1974). 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1976). Сығышы менән ошо райондың Ҡаратал ауылынан.
- Сафина Әҡлимә Ғәзи ҡыҙы (1948), СССР-ҙың партия һәм йәмәғәт хеҙмәткәре, шағир. 2013—2017 йылдарҙа Учалы яҙыусылар ойошмаһының яуаплы секретары.
- Хәлитов Азат Ибраһим улы (1948—18.04.2008), типография хеҙмәткәре. 1969 йылдан Баймаҡ район, 1979—2008 йылдарҙа Сибай ҡала типографияһы директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997). Сығышы менән Баймаҡ ҡалаһынан.
- Сарбаева Шәүрә Ғәйфи ҡыҙы (1953), музыкант, педагог. Өфөләге махсус урта музыка мәктәбе (колледжы) уҡытыусыһы, элекке директоры. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Вәлинурова Лилиә Сабих ҡыҙы (1958), ғалим-иҡтисадсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Иҡтисад фәндәре докторы (2004), профессор (2005). Рәсәй Федерацияһының (2010) һәм Башҡортостан Республикаһының (2006) атҡаҙанған фән эшмәкәре.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Максимович Георгий Алексеевич (1904–16.05.1979), ғалим-тау инженеры‑геолог, юғары мәктәп эшмәкәре. Урал һәм Башҡортостандың Урал алды карсын районлаштырыусы, карст күренештәре һәм формалары классификацияһын төҙөүсе, Өфө яйлаһының төньяҡ өлөшө карсын тасуирлаусы. Геология‑минералогия фәндәре докторы (1945), профессор (1934). СССР География йәмғиәтенең почётлы ағзаһы (1970). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1953). Сығышы менән Варшава ҡалаһынан.
- Панков Гений Викторович (1924—26.11.1994), инженер-технолог, хужалыҡ эшмәкәре һәм юғары мәктәп. 1974–1986 йылдарҙа Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһе директоры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ленин (1971), Октябрь Революцияһы (1976), ике 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1943, 1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943), ике «Почёт Билдәһе» (1957, 1966) ордендары кавалеры. СССР-ҙың Дәүләт премияһы (1979) һәм СССР Министрҙар Советы премияһы (1982) лауреаты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1966), РСФСР-ҙың атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе (1983), СССР-ҙың Граждандар оборонаһы отличнигы (1980), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1979), почётлы авиатөҙөүсе (1984).
- Сибәғәтов Радик Ғәли улы (1934—6.05.2005), ғалим-тел белгесе, 1970—2005 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, 1988 йылдан — татар филологияһы кафедраһы мөдире. Филология фәндәре докторы (1988), профессор (1990). Башҡортостан (1993) һәм Татарстан (2004) республикаларының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2002). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Балтас районы Иҫке Балтас ауылынан.
- Исхаҡов Ҡасим Миңлевәли улы (1949), ғалим-инженер‑механик, 1979 йылдан Өфө авиация институтында һәм Өфө дәүләт авиация техник университетында өлкән ғилми хеҙмәткәр һәм уҡытыусы. Техник фәндәр докторы (1996), профессор. (2007). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Ентеклерәк мәғлүмәт Ай һәм көндәр ...
Ябырға