4 апрель — григориан стиле буйынса йылдың 94-се (кәбисә йылында 95-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 271 көн ҡала.
Ҡыҫҡа факттар Аҙна көнө ...
Ябырға
- Халыҡ-ара
- Милли
- Һөнәри
- Ер: Фортепиано көйләүселәр көнө.
- АҠШ: Мәктәп китаханасылары көнө.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Ибраһимов Әсхәт Ғабдрахман улы (1950), ғалим-химик органик. 1992 йылдан Өфөләге хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһының Нефть химияһы һәм катализ институтының төп ғилми хеҙмәткәре. Химия фәндәре докторы (1994), профессор (1996). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2011), Рәсәй Федерацияһының дәүләт премияһы (2003) һәм А. М. Бутлеров исемендәге премия (2009) лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Ҡаҙағстандың Күктал ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Новиков Фёдор Сергеевич (1927—13.08.2008), футболсы, тренер. 1960—1965 һәм 1970—1971 йылдарҙа Өфөнөң «Строитель» футбол командаһының баш тренеры. СССР-ҙың спорт мастеры (1951), РСФСР-ҙың (1980) һәм Үзбәк ССР-ының (1990) атҡаҙанған тренеры. Сығышы менән Мәскәү өлкәһе Семёнково ауылынан.
- Хафизова Фәнә Дәүләтхановна (1937), хеҙмәт ветераны. 1961—1994 йылдарҙа Дүртөйлө районы Иҫке Солтанбәк ауыл клубының киномеханик ярҙамсыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1982), коммунистик хеҙмәт ударнигы (1977). Сығышы менән ошо ауылдан.
тулы исемлек
- Йәмәлетдинов Рәшит Хәсән улы (1942), агроном. 1957—2002 йылдарҙа Әбйәлил районы «Йәнгел» совхозының бүлексә идарасыһы, совхоз директоры урынбаҫары, инженер-ер төҙөүсе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1984), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1982). Сығышы менән ошо райондың Атауҙы ауылынан.
- Андреев Анатолий Михайлович (1952), сәнәғәт өлкәһе һәм муниципаль хеҙмәт ветераны. 1973 йылдан Стәрлетамаҡтағы Ленин исемендәге станоктар эшләү заводының яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1981 йылдан партком секретары урынбаҫары һәм партком секретары; 1991 йылдан ҡала хакимиәте идаралығы начальнигы, 1996 йылдан — хакимиәт башлығы урынбаҫары, 2015 йылдан — Стәрлетамаҡ төҙөлөш һәм һөнәри технологиялар колледжы директоры. Башҡортостан Республикаһы хеҙмәтләндереү өлкәһенең атҡаҙанған хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо ҡаланан.
- Шапкина Людмила Васильевна (1952), балет артисы, педагог. 1970 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, 1998 йылдан — педагог-репетиторы, бер үк ваҡытта 1987 йылдан Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы уҡытыусыһы. 1990 йылдан СССР-ҙың Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994).
- Әхмәтйәнова Татьяна Ильинична (1952), мәғариф өлкәһе ветераны. Ҡариҙел ауылындағы 1-се урта мәктәптең элекке инглиз теле уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы. Сығышы менән ошо райондан.
- Бикбов Мөхәррәм Мөхтәрәм улы (1957), ғалим-табип-офтальмолог, йәмәғәтсе. 1985 йылдан Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре, 1986 йылдан бүлек мөдире, 1991 йылдан — бүлек етәксеһе, 1998 йылдан — директорҙың иҡтисади һәм фәнни производство эшмәкәрлек буйынса урынбаҫары, 2006 йылдан — институт директоры. 2009 йылдан Рәсәй офтальмологтары йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының мөхбир ағзаһы (2016), медицина фәндәре докторы (1998), профессор (2009). Рәсәйҙең (2013) һәм Башҡортостан Республикаһының (1996) атҡаҙанған табибы. Башҡортостан комсомолы премияһы лауреаты (1987).
- Хөрмәтуллин Раудат Ғәҙи улы (1957), хеҙмәт ветераны. 1985 йылдан Дүртөйлө районы ауыл хужалығы ойошмалары етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2016). Сығышы менән ошо райондың Атһөйәр ауылынан.
- Шәрәфетдинов Венер Тимерхан улы (1957), мәҙәниәт өлкәһе ветераны. 1978 йылдан Дүртөйлө районы Таймырҙа ауыл мәҙәниәт йорто директоры, художество етәксеһе һәм мөдире. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1988), төрлө ижади фестивалдар лауреаты. Сығышы менән ошо ауылдан.
- Рәхмәтуллин Азат Салауат улы (1972), ғалим-табип. 2007 йылдан 2-се Республика клиник дауаханаһының баш табибы, 2018 йылдан Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының баш табип урынбаҫары, 2019 йылдан Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары, 2022 йылдың 28 мартынан — министр вазифаһын башҡарыусы. Медицина фәндәре кандидаты. Сығышы менән Сибай ҡалаһынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Саҙретдинов Абрар Мәсәлим улы (1933), ғалим-иҡтисадсы, агроном, ауыл хужалығы, партия органдары һәм юғары мәктәп хеҙмәткәре. 1986—2000 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университетының ситтән тороп уҡыу бүлеге проректоры. РСФСР-ҙың ун беренсе, Башҡорт АССР-ының етенсе—унынсы саҡырылыш Юғары Советтары депутаты. Рәсәйҙең Аграр белем биреү акдемияһы академигы, иҡтисад фәндәре кандидаты (1974). Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1983), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1993), өс Хеҙмәт ҡыҙыл Байраҡ (1966, 1971, 1981) һәм «Почёт Билдәһе» (1976) ордендары кавалеры. Мәсетле районының почётлы гражданы (2005).
- Төхвәтуллин Расфар Мөхлис улы (1933), ғалим-социолог. 1965—2010 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1979 йылдан фәнни коммунизм кафедраһы ассистенты, өлкән уҡытыусыһы, доцент, 2000—2001 йылдарҙа философия һәм социология факультеты деканының уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары, 2001—2004 йылдарҙа — социаль хеҙмәт теорияһы кафедраһы мөдире. Социология фәндәре докторы (2000), профессор (2001). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2000).
- Кондратьева Светлана Павловна (1963), педагог-хореограф. Күмертау ҡалаһының балалар хореография мәктәбе директоры. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо ҡаланан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
Дөйөм исемлек
тулы исемлек
- 1890: Антонина Колотилова, рус халыҡ йырҙарын башҡарыусы, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1960).
- 1900: Юрий Васнецов, СССР рәссамы, РСФСР-ҙың атҡаҙанан сәнғәт эшмәкәре (1946) һәм халыҡ рәссамы (1966).
- 1910: Юрий Герман, СССР яҙыусыһы, киносценарист, Сталин премияһы лауреаты (1948). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
- 1915: Мария Скворцова, СССР-ҙың кино актёры.
- 1932: Андрей Тарковский, кинорежиссёр, сценарист.
- 1960: Богдан Макуц, СССР гимнасы, олимпия (1980) һәм ике тапҡыр донъя чемпионы.
Ентеклерәк мәғлүмәт Ай һәм көндәр ...
Ябырға