ГОСТ 7.67

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

ГОСТ 7.67 «Илдәр атамаларының кодтары» — Рәсәй Федерацияһының һәм башҡа ҡайһы бер илдәрҙең дәүләт  стандарты (ГОСТ), илдәрҙең атамаларын хәрефтәрҙән һәм һандарҙан торған кодтар рәүешендә тамғалай һәм кодтар яһалыуҙың дөйөм ҡағиҙәләрен раҫлай; был кодтар мәғлүмәт эшкәртеүҙең, һаҡлауҙың һәм алмашыуҙың төрлө системалары өсөн уртаҡ булып тора. 

Әлеге ваҡытта 2005 йылдың 1 ғинуарында ғәмәлгә ингән ГОСТ 7.67-2003 эш итә; уға тиклемгеһе ГОСТ 7.67-94 ине. ISO 3166-1:1997 халыҡ-ара стандарты уға тап килә.

Стандарт Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификатлау буйынса халыҡ-ара совет тарафынан ҡабул ителгән (2003 йылдың 5 декабрендәге 24-се протокол).

Стандарт биш төп киҫәктән, ике ҡушымтанан һәм түбәндәгеләрҙән тора: 

  • Илдәр атамалары кодтарын формалаштырыуҙың төп принциптары 
  • Илдәр атамаларының һәм кодтарының исемлеге 
    • Илдәрҙең рус телендәге атамаларының алфавит буйынса исемлеге һәм кодтары
    • Илдәрҙең инглиз телендәге атамаларының алфавит буйынса исемлеге һәм кодтары
  • Хәрефле һәм һанлы кодтарҙың исемлеге 
  • Илдәр буйынса өҫтәмә мәғлүмәттәр 
Remove ads

ГОСТ 7.67-2003 буйынса илдәр атамалары исемлеге һәм кодтары

Ентеклерәк мәғлүмәт Илдең русса һәм башҡортса атамаһы, Кириллицалағы коды ...
Remove ads

ГОСТ 7.67-2003 буйынса Рәсәй Федерацияһы субъекттары атамаларының исемлеге һәм кодтары

Ентеклерәк мәғлүмәт Русса атамаһы (башҡортсаға тәржемәһе менән), Инглизсә атамаһы ...
Remove ads

Һылтанмалар

  • ГОСТ 7.67-2003. Мәғлүмәт, китапхана һәм нәшриәт эше буйынса стандарттар системаһы. Илдәр атамалары кодтары.
Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads