20 май — григориан стиле буйынса йылдың 140-сы (кәбисә йылында 141-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 225 көн ҡала.
Ҡыҫҡа факттар Аҙна көнө ...
Ябырға
Төбәк байрамдары
- Һөнәри
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Диваева Флүрә Әхмәт ҡыҙы (1951), комсомол, профсоюз һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1993 йылдан Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратының социаль үҫеш, һаулыҡ һаҡлау, хеҙмәт һәм халыҡ мәшғүллеге бүлегенең әйҙәүсе, 1995 йылдан — баш белгесе; 1997 йылдан бүлек мөдире урынбаҫары, 2000—2007 йылдарҙа — бүлек мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре (2001). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дәүләкән районы Яңы Йәнбәк ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Йәмил Мостафин (1927—29.10.2021), Мәскәүҙә йәшәп, рус телендә ижад иткән яҙыусы, тәржемәсе. 1980—1990 йылдарҙа «Советский писатель» нәшриәтенең өлкән мөхәррире. 1971 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1991). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1987), әҙәби премиялар лауреаты. Тайшет ҡалаһының почётлы гражданы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Яңы Уҫман ауылынан.
- Сафин Рәшит Сафа улы (1932—2010), Кушнаренко районы Свердлов исемендәге колхозының элекке тракторсыһы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған механизаторы.
- Гарбуз Александр Викторович (1947), ғалим-филолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты, доцент.
- Проскуряков Николай Яковлевич (1947—22.03.2007), хеҙмәт алдынғыһы. 1960—2007 йылдарҙа Әбйәлил районы «Йәнгел» совхозы водителе. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981) һәм «Почёт Билдәһе» (1976) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Белорет районы Үҙән ауылынан.
- Фәйзуллин Марат Абдулла улы (1947), хеҙмәт ветераны. «Салауатбыяла» берекмәһенең элекке машинисы. Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры.
- Фәнил Фәйзуллин (1942), ғалим-философ, социолог, Башҡортостан Фәндәр Академияһы академигы (1991), философия фәндәре докторы (1983), профессор (1984). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1985), Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2003). Н. А. Аитов исемендәге премия лауреаты (2015). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2012).
- Фәйзуллин Марат Абдулла улы (1947), «Салауатбыяла» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең элекке машинисы, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры.
- Хөсәйенова Флүрә Мотаһар ҡыҙы (1947), Стәрлетамаҡтағы хәҙерге Башҡортостан республика мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжының уҡытыусы-методисы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Ғәлиев Фәғит Зәки улы (1952), ауыл хужалығы, партия һәм совет органдары ветераны. 2009—2017 йылдарҙа Дүртөйлө районы «Игенсе» йәмғиәтенең генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2009). Сығышы менән ошо райондың Иҫке Солтанбәк ауылынан.
- Зәйтүнова Сәлимә Рәшит ҡыҙы (1952), малсылыҡ ветераны, йәмәғәтсе. 1970 йылдан Әбйәлил районы Аһылай, 1973—1990 йылдарҙа — Яңы Балапан фермаһы һауынсыһы. Башҡорт АССР-ының ун беренсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты. 2-се (1983) һәм 3-сө (1978) дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1977). Сығышы менән Аһылай ауылынан.
- Исхаҡова Гөллирә Тимерхан ҡыҙы (1957—20.03.2002), журналист, шағир, йәмәғәтсе. 1977—1996 йылдарҙа Баймаҡ районының «Октябрь байрағы» гәзите хеҙмәткәре, 1998—2002 йылдарҙа Баймаҡ үҙәк китапханаһы ҡарамағындағы «Йәнгүҙәй» әҙәби түңәрәге етәксеһе. Район гәзите һәм район журналистар ойошмаһының Сәғит Мифтахов исемендәге премияһы лауреаты (1980). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районы Саҙалы ауылынан.
- Путенихин Валерий Петрович (1957), ғалим-популяция генетигы, ботаник. 1988 йылдан Ботаника баҡса-институты ғилми хеҙмәткәре, 1992—1993 йылдарҙа — директор урынбаҫары, 1995 йылдан — лаборатория мөдире, бер үк ваҡытта 2003—2009 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Биология фәндәре докторы (2000), профессор (2013). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2017). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы Мораҡ ауылынан.
- Коновалов Сергей Анатольевич (1967), ғалим-табип. Республика балалар клиник дауаханаһының урология бүлеге мөдире. Медицина фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Һаҙыева Зәкирә Муллағәлләм ҡыҙы (1918—10.10.2003), ауыл хужалығы, мәғариф һәм дәүләт органы хеҙмәткәре. 1950 йылдан Әбйәлил районы «Коммунар», 1952—1956 йылдарҙа «Ҡыҙыл Йондоҙ» һәм Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге колхоз рәйесе; 1961 йылдан Асҡарҙағы 1-се мәктәп интернаты тәрбиәсеһе; 1966—1973 йылдарҙа район хәрби комиссариаты хеҙмәткәре. ВКП(б)-ның 19-сы съезы делегаты. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1957). Сығышы менән ошо райондың Хәмит ауылынан.
- Вәлиев Ниғмәтулла Нурғәли улы (1928—1991), ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Саҡмағош районы Карл Маркс исемендәге колхоздың элекке бригадиры, Ленин ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондан.
тулы исемлек
- Кәлимуллин Мөҙәрис Иҙиәтулла улы (1928—3.02.2019), ауыл хужалығы һәм партия органдары хеҙмәткәре. 1958 йылдан Йәрмәкәй районы «Саған-Бүләк» колхозы агрономы, рәйесе; 1963—1970 һәм 1978—1988 йылдарҙа «Рә» колхозы рәйесе; 1970—1978 йылдарҙа КПСС-тың Йәрмәкәй район комитетының икенсе секретары. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1981). Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының һәм Башҡортостан Республикаһының (1998) Почёт грамоталары менән бүләкләнеүсе. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966) һәм «Почёт Билдәһе» (1976) ордендары кавалеры. Райондың почётлы гражданы (2001). Сығышы менән ошо райондың Сөйәрмәт ауылынан.
- Алсынбаев Миңләхмәт Зариф улы (1933), педагог. 1952 йылдан Баймаҡ районы мәктәптәре, 1963—1998 йылдарҙа Баймаҡ ҡалаһының 1-се урта мәктәбе уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1979—1980 йылдарҙа — директоры. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1983), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1973). Сығышы менән ошо райондың Йомаш ауылынан.
- Юлбахтин Әхмәтсафа Шаһисолтан улы (1943), механизатор. 1966—2003 йылдарҙа Баймаҡ районы «Баймаҡ» совхозы тракторсыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1994). Сығышы менән ошо райондың Ҡуянтау ауылынан.
- Басиров Искәндәр Йыһанғәли улы (1948), инженер, урындағы башҡарма һәм муниципаль орган хеҙмәткәре. 1975 йылдан Бөрө ҡалаһының һыу-канал хужалығының баш инженеры, начальнигы; 1987 йылдан ҡала советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, 1992 йылдан ҡала хакимиәте башлығының, 1998—2011 йылдарҙа — Бөрө район хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһы хеҙмәтләндереү өлкәһенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (1999), Рәсәй торлаҡ-коммуналь хужалығының почётлы хеҙмәткәре (2006). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Ҡартамаҡ ауылынан.
- Погребач Александр Александрович (1953), спортсы, тренер. 2011 йылдан Күмертау ҡалаһының «Вымпел» спорт үҙәге директоры. Дзюдо буйынса СССР-ҙың спорт мастеры, Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы физик культура һәм спорт хеҙмәткәре.
- Собханҡолова Рида Таһир ҡыҙы (1958), иҡтисадсы, дәүләт органдары хеҙмәткәре. 2005 йылдан Башҡортостан Республикаһы финанс министры урынбаҫары, 2011 йылдан — беренсе урынбаҫары, 2013—2018 йылдарҙа — министры. Башҡортостан Республикаһының алтынсы саҡырылыш (2018—2023) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәйҙең һәм Башҡортостан Республикаһының (2012) атҡаҙанған иҡтисадсыһы. «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры һәм Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Бүздәк районының почётлы гражданы (2023). Сығышы менән ошо райондың Яңы Таулар ауылынан.
- Макарова Ирина Александровна (1968), педагог. 1987 йылдан Салауат ҡалаһының 13-сө гимназия-мәктәбе, 1996 йылдан — 22-се урта мәктәбе, 2001 йылдан — 1-се гимназияһы уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2012) һәм мәғариф отличнигы (2008), Рәсәйҙең почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2016). Сығышы менән ошо ҡаланан.
- Ғарифуллин Рөстәм Рәфис улы (1978—24.02.2015), инвалид спортсы, биатлонсы. 2002—2007 йылдарҙа Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы (2005) һәм атҡаҙанған (2006) спорт мастеры. Биатлон буйынса 12,5 км уҙышта һәм спринтта Туриндағы Паралимпия уйындары чемпионы (2006). Рәсәйҙең Дуҫлыҡ (2008) һәм Башҡортостандың Салауат Юлаев (2006) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Балтас районы Аҫау ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Ниғмәтуллин Тимербәк Ғәзиз улы 1929—16.04.2006), ғалим-биохимик. 1964—2002 йылдарҙа «Иммунопрепарат» предприятиеһының лаборатория мөдире. Биология фәндәре докторы (1984), профессор (1991). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1987), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1977), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1983). Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры (1980). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бишбүләк районы Туҡай ауылынан.
- Ғәтитуллин Радик Фиҙағый улы (1959), ғалим-педиатр, аллерголог‑иммунолог, 1990 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм 1995 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2000), профессор (2002). Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2009). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Тажетдинов Илшат Азамат улы (1969), ғалим-иҡтисадсы, дәүләт һәм юғары мәктәп эшмәкәре. 2018 йылдың октябренән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының урынбаҫары — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппараты етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы. Иҡтисад фәндәре докторы, доцент. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы.
Ентеклерәк мәғлүмәт Ай һәм көндәр ...
Ябырға