5 апрель — григориан стиле буйынса йылдың 95-се (кәбисә йылында 96-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 270 көн ҡала.
Ҡыҫҡа факттар Аҙна көнө ...
Ябырға
Төбәк
- Һөнәри
тулы исемлек
- 1913: Атом төҙөлөшөнөң квант теорияһы иғлан ителә.
- 1941: Башҡорт АССР-ының Благовещен эшселәр ҡасабаһы республика әһәмиәтендәге ҡала статусын ала.
- 1946: Башҡорт АССР-ының Октябрьский эшселәр ҡасабаһы республика әһәмиәтендәге ҡала статусын ала.
- 1977: Тольятти автозаводы тәүге ВАЗ-2121 «Нива» автомобилен эшләп сығара.
- 1991: Рәсәйҙең «Русские Витязи» юғары пилотаж авиация төркөмө ойошторола.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Лобастов Сергей Андрианович (1926—1999), хәрби хеҙмәткәр, спортсы-еңел атлеты, тренер. Совет Армияһы подполковнигы. 1952 йылда 50 километрға спорт йөрөшө буйынса Олимпия уйындарында ҡатнашыусы. СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1957). СССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры.
- Ғафарова Зинфира Хөсәйен ҡыҙы (1936), хеҙмәт ветераны, китапханасы, библиограф. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1988), Ленин ордены кавалеры (1976).
- Дәүләтшина Шәүрә Сәхәүетдин ҡыҙы (1946—23.01.2006), рәссам. 1989 йылдан Рус рәссамдары ассоциацияһы ( Париж) һәм 1995 йылдан Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы. Станокта башҡарылған рәсем һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте өлкәләрендә эшләүсе. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Башкатов Сергей Александрович (1961), ғалим-биохимик. 2013 йылдан Башҡорт дәүләт университетының биология факультеты деканы, бер үк ваҡытта 2020 йылдан биохимия һәм биотехнология кафедраһы мөдире. Биология фәндәре докторы (1997), профессор (2000). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2008), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2011).
- Сәмиғуллин Илгиз Мәғҙән улы (1961), инженер-механик, муниципаль хеҙмәт ветераны. 2009—2020 йылдарҙа Шаран район хакимиәте башлығы. Райондың почётлы гражданы (2020). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Урал ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Костина Нина Дмитриевна (1937—5.12.2004), ғалим-инженер, рационализатор. 1956—2001 йылдарҙа Салауат нефть химияһы комбинаты һәм «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе технологы. Техник фәндәр кандидаты (1975). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рационализаторы (1989) һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы (1995). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Воскресенск ауылынан.
- Әхмәҙиев Ират Әхәтйән улы (1937—2016), именлек органдары ветераны, подполковник, хәрби юрист, муниципаль хеҙмәткәр. 1974—1981 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Дәүләт именлеге комитетының Учалы ҡала бүлексәһе, 1994—2002 йылдарҙа Учалы район хакимиәтенең юридик бүлеге начальнигы. I, II һәм III өсөнсө дәрәжә «Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүсе. Сығышы менән ошо райондың Мәҫкәү ауылынан.
- Абдрахманов Рәфил Фазыл улы (1942), ғалим-гидрогеолог. 1994 йылдан Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге Геология институтының гидрогеология һәм геоэкология лабораторияһы мөдире, 2007—2012 йылдарҙа — институт директорының фән буйынса урынбаҫары. Халыҡ-ара аграр белем академияһы (2000) һәм Халыҡ-ара экология, кеше именлеге һәм тәбиғәт фәндәре академияһы (2002) академигы, геология-минералогия фәндәре докторы (1993), профессор (1996). Башҡортостан Республикаһының (2000) һәм Рәсәй Федерацияһының (2001) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2017).
- Кузнецов Леонид Иванович (1947), именлек органдары һәм дәүләт хеҙмәте ветераны. 1998 йылдан Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Красноярск крайы буйынса идаралығы начальнигы, генерал-лейтенант (1999); 2001—2006 йылдарҙа Рәсәй Президентының Урал федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары. Контрразведканың почётлы хеҙмәткәре. Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Балаҡатай районы Яңы Балаҡатай ауылынан.
- Ҡаҙаҡбаева Рима Хәсән ҡыҙы (1952—11.02.2011), педагог. 1974 йылдан Хәйбулла районы мәктәптәре уҡытыусыһы һәм район мәғариф бүлеге методисы, мәғлүмәт-педагогика кабинеты мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (2006), Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы (1992). Сығышы менән ошо райондың Суҡраҡ ауылынан.
- Йәрмөхәмәтов Рәүил Фәйзулла улы (1957—23.12.2003), педагог. 1978 йылдан Баймаҡ районы Татлыбай урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1987—2003 йылдарҙа — директоры. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1998). Сығышы менән Сибай ҡалаһынан.
- Сөләймәнов Марат Ноғман улы (1957—6.01.1996), ғалим-философ, социолог. 1984 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, 1992—1996 йылдарҙа — иҡтисад факультеты деканы. Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1994), философия фәндәре докторы (1991), профессор (1993). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1995).
- Әхмәтшин Альберт Әмир улы (1957), хужалыҡ эшмәкәре, йәмәғәтсе. 2010—2020 йылдарҙа «Газпром межрегионгаз Өфө» йәмғиәтенең генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының икенсе (1999—2003) һәм өсөнсө (2003—2008) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе, Рәсәй яғыулыҡ-энергетика комплексының почётлы хеҙмәткәре, Кушнаренко районының почётлы гражданы. Сығышы менән ошо райондың Кушнаренко ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Калиничева Нина Михайловна (1928—19.03.2015), эшсе. 1959—1979 йылдарҙа «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының кер йыуыусыһы, кочегар ярҙамсыһы, аппаратсыһы, пар һәм һыу менән тәьмин итеү цехы кочегары. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1975). Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Калиновка ауылынан.
- Ғәлимова Сажиҙә Ҡасим ҡыҙы (1933—12.05.2009), опера йырсы. 1963—1988 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы. РСФСР-ҙың (1974) һәм Башҡорт АССР-ының (1969) атҡаҙанған артисы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1971).
- Әхмәтов Факил Абдулхалиҡ улы (1938—1.10.2008), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1957—1995 йылдарҙа Хәйбулла районы «Маҡан» совхозы механизаторы. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1979), коммунистик хеҙмәт ударнигы (1980). Сығышы менән ошо райондың Мәмбәт ауылынан.
- Фәтҡуллина Фәрзәнә Дәминдәр ҡыҙы (1948), педагог, йырсы. Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты музыка кафедраһының вокал уҡытыусыһы. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Нәҙербаев Әғләм Абдулхәй улы (1953), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1970—2011 йылдарҙа Баймаҡ районы «Таналыҡ» хужалығы механизаторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2000). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2006). Сығышы менән ошо райондың Бәхтегәрәй ауылынан.
- Рафиҡова Нурия Тимерғәле ҡыҙы (1953), ғалим-иҡтисадсы. 1975 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1995 йылдан иҡтисади кибернетика кафедраһы мөдире, 1998 йылдан – өлкән ғилми хеҙмәткәр, 2000 йылдан ауыл хужалығы иҡтисады, 2002 йылдан — иҡтисадта статистика һәм мәғлүмәт системалары кафедраһы мөдире. Иҡтисад фәндәре докторы (2000), профессор (2001).
- Сударчиков Николай Алексеевич (1953), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1973 йылдан Хәйбулла районы «Аҡъяр» совхозы механизаторы, баҫыусылыҡ бригадаһы бригадиры, 2009 йылдан — «Восход» йәмғиәте механизаторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2013). Сығышы менән ошо райондың Яковлевка ауылынан.
- Николаева Светлана Васильевна (1958), ғалим-химик, йәмәғәтсе. 1997 йылдан Өфө иҡтисад һәм сервис университеты уҡытыусыһы, 2002 йылдан — проректор. Өфө ҡала советының элекке депутаты. Химия фәндәре кандидаты, доцент. Сығышы менән хәҙерге Смоленск өлкәһенең Вязьма ҡалаһынан.
- Аҙнабаева Лилиә Фәрит ҡыҙы (1963), ғалим-иммунолог. 1986 йылдан Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы табибы, бер үк ваҡытта 1996 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Рәсәй Тәбиғәт фәндәре академияһы академигы (2008), медицина фәндәре докторы (2003), профессор (2012). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2013).
- Ғәйнуллин Юнир Шәкүр улы (1963), театр артисы. 1991 йылдан хәҙерге Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры актёры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2022). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ғафури районының Үзбәк ауылынан.
- Ҡылысов Мирсәйет Вәкил улы (1963), шағир, йыр текстары авторы. «Киске Өфө» гәзитенең Сәғит Агиш исемендәге, «Башҡортостан ҡыҙы» журналының «Әсә йөрәге» ижади бәйгеһе лауреаты. Бәләбәй ҡалаһында үткән «Илһам шишмәләре—2017» шиғри фестиваленең «Йыл асышы» номинацияһы дипломанты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районы Аралбай ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
Дөйөм исемлек
- 1820: Феликс Надар, Франция фотографы, фотожурналистикаға нигеҙ һалыусы, донъяла беренсе булып аэрофотосъёмка яһаусы.
- 1840: Газарос Агаян, Әрмәнстан яҙыусыһы, педагог.
тулы исемлек
- 1845: Пётр Дурново, Рәсәй империяһының дәүләт эшмәкәре, 1905—1906 йылдарҙа эске эштәр министры.
- 1875: Мистангет, Франция йырсыһы, актриса һәм клоун-конферансье.
- 1900: Спенсер Трейси, АҠШ актёры, иң яҡшы роль өсөн рәттән ике тапҡыр «Оскар» кинопремияһы алыусы.
- 1900: Софья Магарилл, СССР-ҙың театр һәм кино актрисаһы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы.
- 1920: Артур Хейли, АҠШ яҙыусыһы.
- 1920: Лидия Жуковская, СССР-ҙың ғалим-филологы, боронғо рус телен өйрәнеүсе.
- 1920: Лев Любецкий (1920), СССР-ҙың һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы.
- 1950: Агнета Фельтског, йырсы, Швецияның «ABBA» төркөмө вокалисткаһы.
- 1955: Александр Ситковецкий, СССР һәм Рәсәй музыканты, «Автограф» төркөмөн ойоштороусы.
- 1955: Елена Елесина, СССР һәм Рәсәй спортсыһы, бейеклеккә һикереү буйынса 2000 йылғы Олимпия уйындары чемпионы.
- 1962: Кирсан Илюмжинов, Ҡалмыҡ Республикаһының беренсе президенты (1993—2005) һәм беренсе башлығы (2005—2010), Халыҡ-ара шахмат федерацияһы президенты (1995 йылдан).
Ентеклерәк мәғлүмәт Ай һәм көндәр ...
Ябырға