17 май — григориан стиле буйынса йылдың 137-се (кәбисә йылында 138-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 228 көн ҡала.
Ҡыҫҡа факттар Аҙна көнө ...
Ябырға
- Халыҡ-ара
- БМО: Электр элемтәһе һәм телекоммуникациялар көнө.
- Бөтә донъя мәғлүмәти йәмғиәт көнө.
- Ер: Интернеттың тыуған көнө.
- Милли
- Һөнәри
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Николаева Ирина Евгеньевна (1961), ғалим-табип-кардиолог. 1984 йылдан Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы табибы, 1990 йылдан — бүлек мөдире, 2006 йылдан – баш табиптың медицина буйынса урынбаҫары; 2012 йылдан Республика кардиология үҙәгенең баш табибы, Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш кардиологы. Медицина фәндәре кандидаты (2003). Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2004). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Баҡыева Әлфирә Миңнулла ҡыҙы (1966), ғалим-табип, муниципаль хеҙмәткәр. 1993 йылдан Өфө һәм республика дауаханалары табибы, бүлек мөдире; 2006 йылдан Өфөләге 36-сы поликлинканың баш табибы; 2007 йылдан Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары, хакимиәттең эштәр идарасыһы. Медицина фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районы Дим ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Илешев Илдус Ғөбәйҙулла улы (1957), дипломат, дәүләт эшмәкәре, ғалим-филолог һәм политолог. 2011—2016 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһының Ислам хеҙмәттәшлеге ойошмаһы ҡарамағындағы вәкиле урынбаҫары, 2005—2010 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Премьер-Министр урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры. Филология фәндәре кандидаты (1990), сәйәси фәндәр докторы (2000), профессор (2003), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2007).
- Ғилемханов Илдар Фирҙәүес улы (1977), спортсы, көрәшсе, муниципаль хеҙмәткәр. Дүртөйлө балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәсеһе, 1997 йылдан ошо мәктәптең тренер-уҡытыусыһы; 2004—2005 йылдарҙа Дүртөйлө район хакимиәтенең Физик культура, спорт һәм туризм буйынса комитеты рәйесе. Милли көрәш буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры (1999). Рәсәй (1998), Башҡортостан (1993, 1996—1998, 2001) чемпионы, төрлө кимәлдәге турнирҙар еңеүсеһе һәм призёры. Сығышы менән хәҙерге Иркутск өлкәһенең Звёздный ҡасабаһынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Хафизов Динмөхәмәт Сәмәхужа улы (1883—1966), педагог. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. 1917 йылдан хәҙерге Учалы районы Ҡаҙаҡҡол, 1919 йылдан Силәбе өлкәһе Арғаяш районының Ҡолой мәктәбе уҡытыусыһы, 1921—1957 йылдарҙа — Мәтәл мәктәбе уҡытыусыһы, директоры. РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1951), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1937, 1939).
- Ғиләжев Мансаф Тажетдин улы (1933—13.10.2021), тележурналист, яҙыусы. 1960 йылдан Башҡортостан телевидениеһы мөхәррире, өлкән мөхәррире, баш мөхәррире; 1984—1988 йылдарҙа Башҡортостан китап нәшриәтенең баш мөхәррире. 1962 йылдан СССР-ҙың Журналистар, 1986 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990), Шәһит Хоҙайбирҙин (1994) һәм Ғилемдар Рамазанов (2008) исемендәге премиялар лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Яңы Йомран ауылынан.
тулы исемлек
- Хәйруллина Рәйсә Хәниф ҡыҙы (1953), ғалим-телсе, педагог. 1975 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, 1985 йылдан филология факультетының декан урынбаҫары һәм деканы, 1997 йылдан рус теле кафедраһы мөдире, 2001 йылдан уҡыу-тәрбиә, 2006—2011 йылдарҙа — социаль һәм тәрбиә эштәре буйынса проректор. 2008 йылдан Рәсәй Журналистар союзы ағзаһы. Филология фәндәре докторы (1998), профессор (1999). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2006), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2011). Шағир Хәниф Кәримдең ҡыҙы, сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Шәйҙуллин Фәнис Басарый улы (1953), спортсы, тренер. Туймазы ҡалаһы 2-се спорт мәктәбенең йөҙөү буйынса тренеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура һәм спорт хеҙмәткәре.
- Шәрәфетдинова Венера Таһир ҡыҙы (1953), педагог, мәғариф, партия, муниципаль һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1977 йылдан Архангел һигеҙ йыллыҡ мәктәбе уҡытыусыһы, 1979 йылдан район мәариф идаралығы методисы, 1980 йылдан көндөҙгө-ситтән тороп уҡыу урта мәктәбе, 1984 йылдан — 145-се һөнәри училище директоры; 1990 йылдан КПСС-тың Архангел район комитеты секретары; 1991 йылдан — район советы башҡарма комитетының мәҙәниәт бүлеге мөдире; 1996—2008 йылдарҙа район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының дүртенсе саҡырылыш (2008—2013) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Ҡоролтайҙың Урындағы үҙидара һәм йәмәғәт берләшмәләре буйынса комитет рәйесе урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе һәм Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы. Сығышы менән Архангел районының Тирәкле ауылынан.
- Исхаҡов Фәнил Фән улы (1963—2019), инженер-төҙөүсе. 2001—2019 йылдарҙа Ҡырмыҫҡалы юл төҙәтеү-юл һалыу идаралығы начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе, Рәсәйҙең почётлы юлсыһы һәм почётлы төҙөүсеһе. Сығышы менән ошо райондан.
- Фәррәхов Рафаил Йосоп улы (1963), ғалим-урман хужалығы инженеры, йәмәғәтсе. 1997 йылдан Туймазы тәжрибә урман хужалығының баш лесничийы, 2000—2016 йылдарҙа — директоры. 2005 йылдан Туймазы район советы рәйесе. Биология фәндәре кандидаты (2004). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған урмансыһы (2013), Рәсәй урман хужалығының почётлы хеҙмәткәре (2007). Сығышы менән ошо райондың Имәнғол ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Печёный Борис Григорьевич (1939), ғалим-инженер‑төҙөүсе. 1969—1987 йылдарҙа Башҡортостан нефть эшкәртеү ғилми-тикшеренеү институтының лаборатория мөдире. Техник фәндәр докторы (1985), профессор (1987). Сығышы менән хәҙерге Украинаның Орехов ҡалаһынан.
- Хужин Рәшит Шәмғүн улы (1949), хужалыҡ һәм профсоюз эшмәкәре. 1994—2001 йылдарҙа «Салаватнефтеоргсинтез» берекмәһенең профсоюз комитеты рәйесе, 2001—2006 йылдарҙа генераль директор урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы (1998). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ғафури районынан.
тулы исемлек
- Петишева Виктория Анатольевна (1974), ғалим-әҙәбиәт белгесе, юғары мәктәп эшмәкәре. 2014 йылдан Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалында факультет деканы. Филология фәндәре докторы (2008), профессор (2008). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2009) һәм Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты (2008). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бөрө ҡалаһынан.
- Радик Юлъяҡшин (1989), йырсы, Башҡортостан (2017) һәм Татарстан (2022) Республикаларының атҡаҙанған артисы.
Дөйөм исемлек
тулы исемлек
- 1860: Мартин Кукучин (төп исеме Матей Бнецур), Словакия яҙыусыһы, драматург, публицист.
- 1865: Агнес Зорма (төп фамилияһы Заремба), Германияның театр актрисаһы.
- 1895: Пётр Кириллов, СССР-ҙың кино актёры, режиссёр-ҡуйыусы.
- 1904: Жан Габен, Францияның театр һәм кино актёры.
- 1918: Биргит Нильссон, Швецияның опера йырсыһы.
- 1935: Деннис Поттер, Британия сценарисы, теледраматург һәм журналист.
- 1945: Наталья Иванова, СССР һәм Рәсәйҙең әҙәби тәнҡитсеһе, публицист, «Литературная газета» лауреаты.
- 1945: Николай Зиновьев, СССР һәм Рәсәй шағиры.
- 1945: Удо Линденберг, Германияның рок-йырсыһы.
- 1950: Валерия Новодворская, Рәсәй сәйәсмәне, диссидент.
- 1955: Франческо Нути, Италия актёры, сценарист, кинорежиссёр һәм продюсер.
- 1955: Билл Пэкстон, АҠШ актёры («Титаник» һ. б.), кинорежиссёр.
- 1965: Трент Резнор, АҠШ-тың «Nine Inch Nails» төркөмөн ойоштороусы һәм уның вокалсыһы.
- 1970: Анжелика Агурбаш, Белоруссия йырсыһы, актриса һәм телетапшырыуҙар алып барыусы.
- 1980: Ксения Новикова, Рәсәй йырсыһы, «Блестящие» төркөмө солисы.
Ентеклерәк мәғлүмәт Ай һәм көндәр ...
Ябырға