20 ноябрь — григориан стиле буйынса йылдың 324-се көнө (кәбисә йылында 325-се). Йыл аҙағына тиклем 41 көн ҡала.
Ҡыҫҡа факттар Аҙна көнө ...
Ябырға
- Халыҡ-ара
- БМО: Африканы индустрияллаштырыу көнө.
- Ер: «Microsoft Windows» операцион системаһы көнө.
- Хулиганлыҡ менән көрәш көнө.
- Милли
- Һөнәри
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Заһиров Наил Хәйбулла улы (1925—27.09.2014), ғалим-тау инженеры, юғары мәктәп эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1958 йылдан Красноярск төҫлө металдар институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1959 йылдан — уҡыу уҡытыу һәм фәнни эштәр буйынса проректор, 1962—1994 йылдарҙа мәғдән һәм һибелмә ятҡылыҡтарҙы үҙләштереү кафедраһы мөдире. 2006 йылдан — Себер федераль университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1970), профессор (1971). РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1982), СССР-ҙың төҫлө металлургия отличнигы (1970, 1978). I дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Байраҡ (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1967) һәм «Почёт Билдәһе» (1961) ордендары кавалеры.
- Усманов Ғайса Мортаза улы (1925—1.08.2005), педагог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1950 йылдан Учалы районының Ахун урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1955 йылдан — директор урынбаҫары, 1957—1986 йылдарҙа — директоры. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1980). 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966), 2-се (1947) һәм 3-сө (1944) дәрәжә Дан ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо ауылдан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Хәйҙәров Әмирйән Сөләймән улы (1911—25.11.1996), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. 16-сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһының пулемёт взводы командиры ярҙамсыһы, гвардия өлкән сержанты. Советтар Союзы Геройы (1944).
- Сәйәхов Фәһим Лотфрахман улы (1926—20.11.2003), ғалим-тарихсы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1948—1951 йылдарҙа К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институты һәм Башҡорт дәүләт университеты уҡыутыусыһы, шул иҫәптән 1958—1984 йылдарҙа университетының КПСС тарихы кафедраһы мөдире. Тарих фәндәре докторы (1970), профессор (1970). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1976). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дәүләкән районы Суйынсы ауылынан.
- Әлфинур Вәхитова (1931—20.05.2021), журналист, шағир. 1959—1993 йылдарҙа «Башҡортостан пионеры» (хәҙерге «Йәншишмә») гәзите хеҙмәткәре. 1994 йылдан Рәсәй һәм СССР Яҙыусылар союздары ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1986).
- Тихонов Александр Николаевич (1931—16.03.2003), ғалим-лингвист. 1978—1991 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Рус теле институтының һәм Рәсәй халыҡтары телдәре институтының бүлек мөдире. Филология фәндәре докторы (1974), профессор (1975). Рәсәй Федерацияһының (1997), Үзбәк ССР-ының (1982) һәм Сыуаш АССР-ының (1990) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Хөкүмәтенең мәғариф өлкәһендәге премияһы лауреаты (1996).
- Соколов Николай Иванович (1936), хеҙмәт ветераны һәм производство алдынғыһы. 1959—1987 йылдарҙа Салауат нефть химияһы комбинаты һәм «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе аппаратсыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған химигы (1981), Ленин (1977) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1974) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Иваново өлкәһенең Починок ауылынан.
- Әлмөхәмәтов Рафаил Фазылйән улы (1956), ғалим-физик. 1984 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2010 йылдан Физика-техника институты директорының фәнни эштәр һәм инновацион эшмәкәрлек буйынса урынбаҫары, бер үк ваҡытта 2007 йылдан Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы. Физика-математика фәндәре докторы (2007). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районы Үрге Бикбирҙе ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Латыш Валентин Мефодиевич (1917—15.09.1990), геолог. 1952 йылдан Урал геология идаралығының (хәҙер «Башкиргеология» йәмғиәте) баш инженеры, 1955—1978 йылдарҙа — начальнигы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған геологы (1974). Александр Невский (1943), 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1944), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1963, 1971) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1942) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Украинаның Запорожье өлкәһе бөтөрөлгән Орехов районы Бәләкәй Токмачка ауылынан.
- Сәлиғәскәрова Мәғәфүрә Ғәлиулла ҡыҙы (1922—7.10.2015), йырсы, йәмәғәтсе. 1942—1972 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисткаһы. РСФСР-ҙың 3-сө саҡырылыш (1951—1955) Юғары Советы депутаты. 1946 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Бөтә донъя демократик йәштәр һәм студенттар фестивале (Прага, 1947), Бөтә Рәсәй театр йәштәре смотры (Мәскәү, 1947) лауреаты. РСФСР-ҙың (1957) һәм Башҡорт АССР-ының (1951) халыҡ артисы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1949).
тулы исемлек
- Шәрифуллин Фән Шәмсулла улы (1932—19.03.2016), ауыл хужалығы һәм партия органдары хеҙмәткәре. 1972 йылдан КПСС-тың Краснокама һәм 1978 йылдан Яңауыл район комитеттарының беренсе секретары. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш (1990—1993) Юғары Советы депутаты һәм атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Яңауыл районының почётлы гражданы (2003).
- Сәлмәнова Лилиә Ҡотлоғужа ҡыҙы (1947), музыка белгесе, фольклорсы. 1974 йыл йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты, 1979 йылдан Учалы музыка училищеһы уҡытыусыһы. 1989—2013 йылдарҙа хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре. 2009 йылдан Рәсәй Композиторҙар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2007).
- Таһирова Роза Вәли ҡыҙы (1947), китапханасы, йәмәғәтсе. 1979 йылдан Әбйәлил үҙәк район балалар китапханаһы мөдире, 2002—2010 йылдарҙа Әбйәлил үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры. 1979—2010 йылдарҙа Асҡар ауыл советының ҡатын-ҡыҙҙар советы, 2003—2010 йылдарҙа — район «Белем» йәмғиәте, 2013 йылдан — «Ағинәйҙәр ҡоро» клубы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2000). Сығышы менән ошо райондың Ҡалмаҡ ауылынан.
- Шакирова Гөлсирә Фәрүәз ҡыҙы (1952), малсы. 1971—2003 йылдарҙа Әбйәлил районы «Заветы Ильича» колхозы һауынсыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1999). Сығышы менән ошо райондың Атауҙы ауылынан.
- Шахморатов Нәбиулла Аллабирҙе улы (1952), механизатор. 1970—2008 йылдарҙа Баймаҡ районы «Йылайыр» совхозы тракторсыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2005). Сығышы менән ошо райондың Байыш ауылынан.
- Әхтәмова Рәйсә Ғәйнулла ҡыҙы (1957), педагог. 1982 йылдан Әбйәлил районы мәктәптәре, шул иҫәптән 1994 йылдан Асҡарҙағы хәҙерге Таһир Күсимов исемендәге гимназия уҡытыусыһы, 2002 йылдан — уҡытыу эштәре мөдире. Рәсәйҙең почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2011), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличниы (2001). Сығышы менән ошо ауылдан.
- Ғәҙәмшин Шәмсетдин Зәйтүн улы (1962), ветеринар, умартасы. Бөрйән районы Әтек ветеринар пунктының ветеринар-санитары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
ветеринар, Бөрйән районы Әтек ветеринар пунктының ветеринар-санитары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2001), умартасыларҙың төрлө кимәл ярыштары еңеүсеһе. Сығышы менән ошо ауылдан.
- Туҡтарова Зилә Фәнүз ҡыҙы (1962), теш табибы. 1985 йылдан Өфө гарнизоны хәрби госпитале, 1994 йылдан — 2-се Республика клиник дауаханаһы табибы, 1997 йылдан дауахана поликлиникаһының стоматология бүлеге мөдире, теш табибы-терапевы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2010), Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2002). Сығышы менән Бәләбәй ҡалаһынан.
- Фәхретдинова Динара Йәлил ҡыҙы (1992), спортсы. Ҡаяға үрмәләү буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры, Европа чемпионы (2013), өс тапҡыр Рәсәй чемпионы (2013, 2014, 2018).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Розенблюм Григорий Семёнович (1923—16.03.2018), педагог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1954—1999 йылдарҙа Өфө ҡалаһының 35‑се урта мәктәбе директоры. РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1960). 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Халыҡтар дуҫлығы (1981) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары кавалеры. Сығышы менән Белорус ССР‑ының Краснолуки ауылынан.
- Антонов Михаил Аполлонович (1928—31.05.2007), хирург, рентгенолог. 1954 йылдан Баймаҡ ҡала үҙәк дауаханаһы хирургы, 1957—1973 йылдарҙа — баш табип, 1972 йылдан хирург-табип һәм рентгенолог-табип. СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1983). Сығышы менән хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Абдулла ҡалаһынан.
- Кинйәбулатов Тимерғәли Ҡолмөхәмәт улы (1928—?), нефтсе. 1952—1981 йылдарҙа Бөрө быраулау эштәре идаралығының быраулаусы ярҙамсыһы, быраулаусыһы, быраулау мастеры. Көнбайыш Себер нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереүҙә ҡатнашыусы. РСФСР нефть һәм газ сәнәғәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре. Ленин ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Стәрлебаш районының Иҫке Ҡалҡаш ауылынан.
- Лободин Герман Григорьевич (1928—4.06.1978), спортсы, судья. 1951—1952 йылдарҙа бокс буйынса СССР йыйылма командаһы ағзаһы. СССР‑ҙың спорт мастеры (1951) һәм бөтә Союз категориялы судья. СССР чемпионы (1951—1952).
- Коростелёва Нина Васильевна (1943), педагог, комсомол һәм партия органдары хеҙмәткәре. 1968 йылдан ВЛКСМ-дың Салауат ҡала комитеты секретары; 1974 йылдан КПСС-тың ҡала комитеты инструкторы, пропаганда бүлеге мөдире, 1978 йылдан — секретары; 1988 йылдан «10-сы балалар баҡсаһы—лицей» уҡыу-тәрбиә комплексы директоры; 1999—2011 йылдарҙа Башҡортостан иҡтисад-юридик техникумының Салауат филиалы уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2003 йылға тиклем — директоры. Рәсәйҙең атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1992). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Бәләбәй районының Михайловка ауылынан.
- Кәримов Сәйфулла Зиннәт улы (1948), нефтсе. 1969 йылдан Ишембай быраулау эштәре идаралығының быраулаусы ярҙамсыһы һәм быраулаусыһы. 2-се һәм 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Миәкә районының Тамъян-Таймаҫ ауылынан.
- Пругова Анна Александровна (1993), профессиональ спортсы, хоккейсы, ҡапҡасы. 2016 йылдан Өфөнөң Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһында сығыш яһаусы «Ағиҙел» командаһы уйынсыһы. Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Олимпия уйындарында ҡатнашыусы. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Филиппов Александр Иванович (1949), ғалим-физик. 1972 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1990 йылдан — теоретик физика кафедраһы мөдире; 1992 йылдан — БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында теоретик физика кафедраһы мөдире, 1999—2011 йылдарҙа — директорҙың фәнни эштәр буйынса урынбаҫары. Техник фәндәр докторы (1991), профессор (1992). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2002), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2000), СССР ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1985).
Ентеклерәк мәғлүмәт Ай һәм көндәр ...
Ябырға