1 август — григориан стиле буйынса йылдың 213-сө (кәбисә йылында 214-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 152 көн ҡала.
Ҡыҫҡа факттар Аҙна көнө, Һештег ...
Ябырға
- Халыҡ-ара
- Ер: Үпкә яман шеше менән көрәш көнө.
- Ғәфү итеү көнө.
- Ҡағыҙ салфеткалар көнө.
- Консервалау көнө.
- Милли
- Һөнәри
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Мусин Йәүҙәт Ғәлиулла улы (1925—12.12.2022), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры. Сығышы менән Учалы районынан[2].
- Ғәниев Фуат Әшрәф улы (1930—28.02.2016), ғалим-филолог. 1962 йылдан хәҙерге Татарстан Республикаһы Фәндәр академияһының Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге Тел, әҙәбиәт һәм сәнғәт институты ғилми хеҙмәткәре, 1988 йылдан — тел ғилеме, 1991 йылдан — лексикология һәм лексикография бүлеге мөдире, 2007 йылдан — баш ғилми хеҙмәткәр. Татарстан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1992), филология фәндәре докторы (1978), профессор (1985). Рәсәй Федерацияһының (1996) һәм Татар АССР-ының (1989) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Татарстан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендә дәүләт премияһы лауреаты (1994).
- Зәйнетдинов Әмир Зәкәриә улы (1930), ауыл хужалығы эшмәкәре. 1969—1984 йылдарҙа Саҡмағош районы «Победа» колхозы рәйесе, 1992—1999 йылдарҙа крәҫтиән-фермер хужалыҡтарының Саҡмағош ассоциацияһы директоры. 1975—1980 йылдарҙа РСФСР Юғары Советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2000). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1976) һәм «Почёт Билдәһе» (1967) ордендары кавалеры. Саҡмағош районының почётлы гражданы. Сығышы менән ошо райондың Имәнлеҡул ауылынан.
- Әмиров Марс Ғизетдин улы (1930—12.09.1992), хужалыҡ эшмәкәре, ғалим-инженер, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1967—1992 йылдарҙа «Автонормаль» заводы директоры, бер үк ваҡытта 1989 йылдан Өфө авиация институты филиалының металдарҙы баҫым менән эшкәртеү кафедраһы мөдире. Техник фәндәр кандидаты (1983). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе (1983). РСФСР-ҙың унынсы һәм ун беренсе, Башҡорт АССР-ының туғыҙынсы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Октябрь Революцияһы (1973), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1981) һәм «Почёт Билдәһе» (1963) ордендары кавалеры. Сығышы менән Бәләбәй ҡалаһынан.
- Захаров Илья Серафимович (1945), дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. 1985—1998 йылдарҙа Стәрлетамаҡ район Советы башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары — ауыл хужалығы идаралығы начальнигы; 1998—2004 йылдарҙа Федоровка район хакимиәте башлығы. 1999—2003 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Стәрлетамаҡ районының почётлы гражданы (2006). Сығышы менән ошо райондың Соколовка ауылынан.
- Флүр Яхин (1945), хужалыҡ эшмәкәре, балалар яҙыусыһы-әкиәтсе. 2005 йылға тиклем Ер ресурстары һәм ер төҙөлөшө буйынса Ишембай районы комитетының баш белгесе һәм рәйесе. 1996 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы.
- Атанғолов Илдар Ғәлимйән улы (1955), табип, йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының 4-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2001).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Ғарифуллина Светлана Әсләм ҡыҙы (1941), хеҙмәт ветераны, техник-технолог. 1964—1987 йылдарҙа «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе технологы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған химигы (1978). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бөрө районы Үрге Ыласынтау ауылынан.
- Мостафин Вәзир Хәшим улы (1941—2.07.1980), уҡытыусы, комсомол органдары хеҙмәткәре, журналист. СССР-ҙың Журналистар союзы ағзаһы. 1965 йылдан Мәсәғүт педагогия училищеһы (хәҙер колледж) уҡытыусыһы, 1966 йылдан комсомол эшендә: ВЛКСМ-дың Дыуан район комитеты секретары; ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитеты инструкторы, лекторҙар төркөмө етәксеһе, дөйөм һәм пропаганда бүлектәре мөдире; 1973—1980 йылдарҙа республиканың «Ленинец» – «Ленинсы» йәштәр гәзите мөхәррире. ВЛКСМ-дың 17-се (1974) һәм 18-се (1978) съездары делегаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Ҡорама ауылынан.
- Айыпов Рөстәм Сәғит улы (1946), ғалим-радиоинженер, спортсы. Техник фәндәр докторы (2007), профессор (2007). 1973 йылдан Өфө авиация институты, 1998 йылдан — Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы: ауыл хужалығында электр ҡорамалдарын автоматлаштырыу һәм файҙаланыу кафедраһы, 2000—2002 йылдарҙа һәм 2011 йылдан — электр машиналары һәм электр ҡорамалдары кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2000—2011 йылдарҙа энергетика факультеты деканы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған энергетигы (2011), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2009). Еңел атлетика буйынса СССР-ҙың спорт мастеры (1969). Сығышы менән хәҙерге Ульяновск өлкәһенең Николаевка ауылынан.
- Гәрәев Рим Борис улы (1946), матбуғат һәм дәүләт хеҙмәте ветераны. СССР-ҙың Журналистар союзы ағзаһы. 1977—1988 йылдарҙа Туймазы районының «Ленинский путь» гәзитенең мөхәррир урынбаҫары һәм мөхәррире; 1988—1991 йылдарҙа КПСС-тың Туймазы ҡала комитеты секретары; 1991—2006 йылдарҙа хәҙерге «Республика Башкортостан» гәзитенең үҙ хәбәрсеһе. 1994—2009 йылдарҙа Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы, шул иҫәптән 2006 йылдан — бүлек етәксеһе. Туймазы районының почётлы гражданы (2012). Сығышы менән ошо райондың Түбәнге Троицк ауылынан.
- Ибраһимов Ринат Исмәғил улы (1956—21.08.2018), ғалим-биохимик. Биология фәндәре докторы (1999), профессор. (2001). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2012), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2009). 1989 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2000—2017 йылдарҙа биохимия һәм биотехнологиялар кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2001—2013 йылдарҙа биология факультеты деканы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Миәкә районы Зәйпекүл ауылынан.
- Зуева Валентина Витальевна (1946), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны. 1973 йылдан Салауат ҡала дауаханаһы, шул иҫәптән 1992—2006 йылдарҙа балалар поликлиникаһының шәфҡәт туташы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре (2004). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй районы Аделькин ауылынан.
- Саламатова Гөлсәсәк Дәүләтбай ҡыҙы (1976), ғалим-филолог, 2002 йылдан Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты (2002), доцент (2005). Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2020). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы 2-се Этҡол ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Зөбәйеров Таһир Ғизетдин улы (1932), юлсы. 1971—1996 йылдарҙа Өфө юл төҙөтеү-юл һалыу идаралығы начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе.
- Рамазанов Әбдрәхим Бәшәр улы (1932—26.03.1997), урмансы. 1953—1990 йылдарҙа Баймаҡ урман хужалығының 2-се Этҡол лесничествоһы хеҙмәткәре. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған урмансыһы (1981). Сығышы менән Баймаҡ районының Байым ауылынан.
- Зинковский Валерий Михайлович (1937), спортсы, тренер. Хәҙерге бишбәйге буйынса СССР-ҙың спорт мастеры (1965), РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1984). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Исламбаева Хөснә Ниғмәт ҡыҙы (1942), педагог, йәмәғәтсе. 1965—2000 йылдарҙа Бөрйән районы Иҫке Собханғол урта мәктәбенең башланғыс синыфтар уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1997).
- Бобер Николай Васильевич (1947), муниципаль хеҙмәткәр. 1984 йылдан Бөрө ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, 1987 йылдан — рәйесе; 1992—1998 йылдарҙа Бөрө ҡалаһы хакимиәте башлығы. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы, Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының хеҙмәтләндереү өлкәһенең атҡаҙанған хеҙмәткәре һәм Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.
- Шәйәхмәтов Әмир Сабирйән улы (1957), ғалим-агроном, шәхси эшҡыуар. 1985 йылдан Хәйбулла районы «Хәйбулла» совхозы агрономы, 1992 йылдан — тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса район комитеты рәйесе; 1994 йылдан — Хәйбулла сорт һынау участкаһы мөдире; 2006 йылдан — крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1999). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Байыш ауылынан.
- Яңыбаева Вәсилә Әхәт ҡыҙы (1962), ғалим-биолог. 2002 йылдан Башҡорт дәүләт ҡурсаулығы директоры. Биология фәндәре кандидаты (2002).
- Милов Вадим Маркович (1972), спортсы. СССР, 1991 йылдан Израиль һәм 1996 йылдан Швейцария шахматсыһы. 1994 йылда Израиль, 2000 йылда Швейцария командаһы составында шахмат олимпиадаларында ҡатнашыусы. Гроссмейстер (1994). Швейцария чемпионы (2015). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Асҡаров Айнур Юлай улы (1987), режиссёр, продюсер, сценарист. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2020) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2012).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Вәлиев Иршат Ғәли улы (1928—12.10.1997), театр артисы. 1951—1977 йылдарҙа Салауат башҡорт дәүләт драма театры һәм Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. 1955 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1984).
- Әхмәтйәнов Фәрит Хәзип улы (1928—?), нефтсе. 1952 йылдан «Башвостокнефтеразведка» тресы геология-эҙләнеү контораһының быраулаусы ярҙамсыһы, быраулаусыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе, РСФСР нефть һәм газ сәнәғәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре. Ленин һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры. Әүҙем рационализатор. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Борай районының Шишмә-Борай ауылынан.
- Завьялов Виктор Якимович (1933), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1968—1993 йылдарҙа Ҡариҙел районы «Ҡариҙел» совхозы тракторсыһы, һауынсыһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондан.
- Фәхретдинова Хәҙисә Сиражетдин ҡыҙы (1.08.1938), дерматовенеролог-ғалим. 1978 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм артабан Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2000), профессор (2004). РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1999) һәм почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2003).
- Бикмурзина Софья Шамшиевна (1943), малсы, күп балалы әсә. Ҡалтасы районы «За коммунизм» колхозының элекке һауынсыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған малсыһы. Ленин, ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Әсәлек даны» ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондан.
- Иҫәнбаева Рәйсә Рафиҡ ҡыҙы (1948), педагог. 1973 йылдан Ҡаҙағстандың Экибастуз ҡалаһы мәктәптәре, 1999 йылдан Хәйбулла районы Аҡъяр ауылындағы 1-се, 2008—2011 йылдарҙа —2-се мәктәп уҡытыусыһы. Рәсәйҙең почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2003). Сығышы менән ошо ауылдан.
- Зорин Виктор Акимович (1948), агроном, ауыл хужалығы, партия органдары, газ һәм энергетика тармаҡтары хеҙмәткәре. 1971 йылдан Әбйәлил районы «Путь Ленина» колхозының баш агрономы, 1981 йылдан 22-се партсъезд исемендәге колхоздың партком секретары, 1982 йылдан КПСС-тың Әбйәлил район комитетының 2-се секретары, 1989 йылдан КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының ойоштороу-партия һәм кадрҙар эше бүлегенең яуаплы ойоштороусыһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1982), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1973). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Бәләбәй районының Яковлевка ауылынан.
- Роберт Миңнуллин (1948—27.03.2020), шағир, журналист, дәүләт хеҙмәткәре һәм йәмәғәтсе. Татарстан Республикаһының Дәүләт Советы депутаты. Татарстандың халыҡ шағиры (2005) һәм атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1993), Башҡортостандың (1998) һәм Марий Элдың (2014) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Х. К. Андерсен исемендәге Халыҡ‑ара балалар һәм үҫмерҙәр өсөн китаптар советының Почётлы дипломы эйәһе (1994). Татарстандың Ғабдулла Туҡай (1998) һәм Муса Йәлил (1982) исемендәге дәүләт премиялары, шулай уҡ күп кенә әҙәби премиялар лауреаты. Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры (2013). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Нәжәде ауылынан.
- Фәтихова Римма Мөхәмәт ҡыҙы (1948), педагог-ғалим һәм психолог-ғалим, йәмәғәтсе. 1974 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1984—1998 йылдарҙа һәм 2010 йылда психология кафедраһы мөдире, 1998 йылдан педагогика һәм психология факультеты, 2001—2010 йылдарҙа — психология факультеты деканы. 2003 йылдан Рәсәй Психологтар федерацияһының Башҡортостан Республикаһындағы төбәк бүлексәһе рәйесе. Педагогия фәндәре докторы (2001), психология фәндәре кандидаты (1982), профессор (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2008) һәм мәғариф отличнигы (1995), Рәсәйҙең почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006).
- Солтанов Сабир Камил улы (1958), механизатор. 1974 йылдан Әбйәлил районының Киров исемендәге колхозы, 2004 йылдан «Зауралье» МТС-ы механизаторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2014). 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1986). Коммунистик хеҙмәт ударнигы (1985). Сығышы менән ошо райондың Әбделмәмбәт ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Ғәлиев Мөнәүир Мөхәмәтәмин улы (1934—6.09.2012), хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре, 1968—1994 йылдарҙа Дүртөйлө районының «Уңыш» колхозы рәйесе. СССР-ҙың X һәм XI саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1981), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1986).
- Сурағолова Зилә Солтан ҡыҙы (1939), ғалим-агрохимик‑тупраҡ белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Биология фәндәре докторы (2004). Рәсәй Федерацияһының (2012) һәм Башҡортостан Республикаһының (1997) атҡаҙанған урмансыһы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Яңы Ҡарамалы ауылынан.
- Вилданов Әхәт Ханнан улы (1944), әҙәбиәт белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты (1978). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2007), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2009), Башҡортостандың мәғариф отличнигы (2006). Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы (1994).
- Чувыров Александр Николаевич (1949—11.10.2012), ғалим-физик, юғары мәктәп эшмәкәре. 1982—2000 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының фән буйынса проректоры. Физика-математика фәндәре докторы (1991), профессор (2007). Рәсәйҙең почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (1997). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Өфө районы Булгаков ауылынан.
- Батанов Бәхетғәлей Николаевич (1954), ғалим-инженер-гидротехник, хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының III һәм IV саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2007), профессор. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1993). Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры. Хәйбулла районының почётлы гражданы.
- Ҡотләхмәтов Рим Йәүҙәт улы (1959), хеҙмәт алдынғыһы. Көйөргәҙе районы Салауат исемендәге хужалыҡ механизаторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1997). Сығышы менән ошо райондың Аҡһары ауылынан.
Дөйөм исемлек
тулы исемлек
- 1905: Ада Войцик, СССР киноактрисаһы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1935).
- 1910: Герда Таро, Германия фотографы, беренсе ҡатын-ҡыҙ — хәрби фотожурналист.
- 1915: Василий Захарченко, СССР яҙыусыһы, публицист, журналист, «Техника — молодёжи» журналының элекке баш мөхәррире.
- 1918: Чжоу Сюань, Ҡытай йырсыһы һәм актёры.
- 1920: Аркадий Толбузин, СССР-ҙың театр һәм кино актёры, кинорежиссёр һәм сценарист, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1954).
- 1929: Лейла Абашидзе, СССР һәм Грузия киноактёры һәм йырсыһы. Грузин ССР-ының халыҡ артисы (1965).
- 1930: Пьер Бурдьё, Франция социологы, философ.
- 1935: Виктор Славкин, СССР һәм Рәсәй драматургы, сценарист, Рәсәй Федерацияһының дәүләт премияһы лауреаты (1999).
- 1945: Дуглас Ошеров, АҠШ физигы, Нобель премияһы лауреаты (1996).
- 1965: Сэм Мендес, Англияның театр һәм кино режиссёры, продюсер һәм драматург, «Оскар» кинопремияһы эйәһе.
Ентеклерәк мәғлүмәт Ай һәм көндәр ...
Ябырға
Шерих Д. Ю. «Городской месяцеслов. 1000 дат из прошлого Санкт-Петербурга, Петрограда, Ленинграда.» К 290-летию Санкт-Петербурга. Издательство «Петербург — ХХI век». 1993 г. 224 с., тираж 30 000 экз. ISBN 5-85490-036-X.